Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Өфөлә Башҡортостан ирекмәндәренең беренсе форумы үтте. Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ул республикабыҙҙың иң өлгөр, тырыш ирекмәндәрен Башҡортостан Башлығының “Башҡортостан ирекмәне” Почет билдәһе менән наградланы. “Башҡортостан ирекмәне” знагы бына ошондай. Бөгөн беҙ уны иң лайыҡлыларға тапшырҙыҡ. Быны тәүге тапҡыр үткән ирекмәндәр форумында эшләнек. Ирекмәнлек ваҡиғалар тарихы булыуҙан туҡтай. Хәҙер был ҡеүәтле хәрәкәт, ул үҙ сафында иң экстремаль хәлдәрҙә ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнашырға әҙер меңдәрсә активисты берләштерә. Әлбиттә, Конгресс-холл майҙансығы бөтә ирекмәндәрҙе, уларҙың берләшмәләре лидерҙарын, муниципалитет, белем биреү ойошмалары, коммерцияға ҡарамаған сектор вәкилдәрен һыйҙыра алманы. Беҙҙә улар байтаҡҡа күберәк”, – тине был турала Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә. Бүләкләнеүселәр араһында Баймаҡ ҡыҙы Айгөл Йосопова ла бар ине. Ул – “Беҙҙең хәстәрлек” социаль проекты ҡатнашыусыһы, Баймаҡ районы ирекмә