Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һеҙ - беҙҙең төп таяныс!

Бөгөн Өфөлә – ҙур ваҡиға, Башҡортостан ирекмәндәренең беренсе форумы үтте. Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнаша. Унда төбәк ирекмәндәр хәрәкәте проблемалары, мәсьәләләре һәм перспективалары тикшерелде. Форум башланғансы етәксе был тармаҡҡа ҡағылышлы экспозицияны ҡарап сыҡты. Улар араһында – Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы һәм “Беҙ бергә” федераль проектының республика штабы, “Өфө хосписы” хәйриә фонды, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты, Рәсәй ҡыҙыл тәреһе, “Изгелек” хайуандарҙы яҡлау хәйриә фонды, муниципалитеттарҙың һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың ирекмәндәр ойошмалары. Атап әйткәндә, Өфө хосписы ирекмәндәре Радий Фәрит улына үҙҙәренең сафында 150 кешенең төҙөлөшкә, кәрәкле әйберҙәр һатып алыуға хәйриә ярҙамы йыйыуы хаҡында һөйләне. Форумда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән башланғыстар ҙа тәҡдим ителде: “Торатау” конгресс-холы майҙансығында паракордтан беләҙектәр, открыткалар эшләргә һәм хәрбиҙәргә хат яҙырға, ойоҡбаштар бәйләп һәм маскировка селтәрен үреп ҡарарға, беренсе ярҙам күрһәтеү ҡағиҙәләре тураһында белергә һәм хәйриә фондтары тәрбиәләнеүселәренә ярҙам итергә мөмкин ине. Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан башҡорт яугирҙәре өсөн бушлай кейем тегеүсе “Беҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ һәм бәйләйбеҙ” ойошмаһы ирекмәндәре менән дә аралашты. Ирекмәндәр алғы һыҙыҡҡа кәрәкле 20-нән ашыу әйбер әҙерләй. Улар иҫәбендә хобтар (кеше тәненә йәбешкән компактлы ултырғыстар), балаклавалар, маскхалаттар, толстовкалар, эт йөнөнән йылы билбауҙар, салбар, термо кейем, поход мендәрҙәре, бәйләүестәр, әйберҙәр, бирсәткәләр, ойоҡбаштар һәм башҡалар. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Йәш гвардия” төбәк бүлексәһе етәксеһе Оскар Лютов республика Башлығына йәштәрҙең Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында эшләүе хаҡында һөйләне. “Волонтерҙар Мариуполдең интенсив дауалау дауаханаһында эшләне, гуманитар йыйылмалар бирә, адреслы ярҙам күрһәтә, балалар саралары ойоштора, халыҡҡа посылкалар килтерә”, – тине ул. Радий Хәбиров шулай уҡ “көмөш быуын” ирекмәндәре менән аралашты. Радий Хәбиров сәхнә аша республикабыҙҙың иң әүҙем ирекмәндәрен сәләмләне. – Бөгөн был залда ирекмән исемен лайыҡлы йөрөткән заманыбыҙҙың ысын геройҙары йыйылған. Көслө һәм ҡыйыу активистар бер ҡасан да ситтә ҡалмаясаҡ. Теләһә ниндәй иң ҡатмарлы хәлдәрҙә лә үҙенең миссияһына тоғро улар – мохтаждарға ярҙам итергә, – тине Радий Хәбиров. Башҡортостан Башлығы республика ирекмәндәренә коронавирус пандемияһы ваҡытында, урман янғындарын һүндергәндә властарға әүҙем ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. – Беҙҙең өсөн Шишмә районында тыуып үҫкән “Беҙҙең хәстәрлек” үҙәге ирекмәне Радик Әсфәндиәров эскерһеҙ ярҙамға һәм фиҙакәрлеккә әҙерлек символы булды. Ул коронавирус инфекцияһының бөтә хәүефлелеген яҡшы аңланы, ләкин һәр көн ауырыу кешеләргә ярҙамға ашыҡты. Радик аҙыҡ-түлек һәм дарыу килтереп, 100-ҙән ашыу сәфәргә сыҡты. Үкенескә күрә, ул сирләп китте һәм һәләк булды. Уның бөгөн беҙҙең менән бергә ошо залда ултырған ҡатыны һәм ике балаһы ҡалды. Рәсәй Президенты Владимир Путин яҡташыбыҙҙы үлгәндән һуң ирекмәнлек эшендәге ҡаҙаныштары, кешеләргә эскерһеҙ ярҙам күрһәткәне өсөн Пирогов ордены менән бүләкләне. Беҙ йөрәктәребеҙҙә ысын герой Радик Әсфәндиәров хаҡында хәтерҙе һаҡларбыҙ. Пандемия ваҡытында үҙ вазифаһында һәләк булған 48 медицина хеҙмәткәре кеүек үк, – тине Радий Хәбиров. Республика Башлығы Донбассҡа, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәткән ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе. – Республика Донбассҡа гуманитар конвойҙар ебәрә, эвакуацияланған ғаиләләрҙе ҡабул итә. Рәсәйҙең яңы төбәктәренә табиптарҙы, төҙөүселәрҙе, төрлө һөнәр белгестәрен ебәрә. Был эште ойоштороуға ирекмәндәр ҙур өлөш индерә. Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләре тураһында хәстәрлек күреү фронттың мөһим ярҙамы булып тора. Республикала Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы эшләй. “Беҙ бергә” Бөтә Рәсәй акцияһының төбәк штабы ҙур эш алып бара. Беҙ артабан да дөйөм еңеүебеҙ өсөн барыһын да эшләрбеҙ, – тине Радий Хәбиров. Шулай уҡ ул ирекмәндәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе. Шулай, 2024 йылдан республиканың юғары уҡыу йорттарында ирекмәндәр булып эшләгән уҡыусыларға өҫтәмә балдар һалына башлаясаҡ. Радий Хәбиров Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан юғары уҡыу йорттары ректорҙары менән ошо турала һөйләшәсәген әйтте. Шулай уҡ республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына республиканың урта махсус уҡыу йорттарына уҡырға инеүсе ирекмәндәр өсөн дә федераль министрлыҡ кимәлендә ошондай уҡ ярҙам тураһында мәсьәләне өйрәнергә ҡушты. Башҡортостан Башлығы үҙенең тыуған төйәге – Ишембай ҡалаһына матур сквер бүләк итергә хыялланыуын әйтте. – 2023 йылды Атайсал өсөн Файҙалы эштәр йылы тип иғлан иттек. Миндә парктарҙы һәм йәмәғәт киңлектәрен яңыртыуға бәйле тәжрибә бар. Мин үҙем ошо скверҙы проектлап, уны үҙем эшләгем килә. Һәр беребеҙ тыуған төйәге өсөн изге эш башҡара алһын өсөн “Атайсал” проектын уйлап таптыҡ, – тине Радий Хәбиров. Добро.ру платформаһында республикабыҙҙан 76 меңдән ашыу волонтер, 700-ҙән күберәк ирекмәнлек ойошмаһы теркәлгән. Йыл һайын ирекле проекттарға һәм сараларға төбәктәге 400 меңгә яҡын кеше йәлеп ителә. Фото: "Башинформ".