“Айыҡ ауыл” конкурсын республикабыҙ халҡы дәррәү ҡабул итте. Йолаға ингән сараның айыҡ, сәләмәт тормошҡа ынтылышты уятыуға ла йоғонтоһо ҙур. Бүздәк районының Әмир ауылында йәшәүселәр ҙә үҙҙәренең киләсәген айыҡлыҡта күрә. Уларҙың муниципаль этапта еңеп, бөгөнгө көндә республика кимәленә сығыуҙары ошо хаҡта һөйләй. Әмир ауылы әүҙем йәмәғәт ойошмалары менән дә көслө. Атайҙар советының уңышлы эше лә хуплауға лайыҡ. Улар, балаларҙы тәрбиәләү сараларынан тыш, мәктәп биләмәһен, ауылды төҙөкләндереүҙә лә әүҙемдәр. Мәҫәлән, күмәк көс менән балаларға шыуыр өсөн боҙҙан тау эшләп ҡуйғандар. Ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһының да үҙ йүнәлеше – йолаларҙы, элекке һөнәрҙәрҙе тергеҙеү йәһәтенән дә ҙур эш алып барып, тарихыбыҙҙы бөгөнгө менән бәйләйҙәр. Халыҡтың бер төптән эшләй белеүе “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашырға дәрт бирә. Республика кимәлендәге бәйгегә лә улар сәмләнеп сыҡҡан. Ошо көндәрҙә “Әмир ауылы – сәләмәтлек биләмәһе” тигән халыҡ байрамы ла тап ошо конкурс сиктәрендә уҙғарылды. Халыҡтың сәлә