Был тормошта һөнәр һайлауҙа һәр кемдең үҙ юлы. Кемдер бала саҡтан буласаҡ һөнәренә ғашиҡ була, икенселәр эшләй-эшләй һөнәренең үҙенеке икәнлеген аңлай. Нуриман районының күлдәргә бай Нимесләр ауылында тыуып үҫкән Зилә Фәттәхова бала саҡта уҡытыусы йәки табип булыу хыялы менән яна. Ауылда урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт медицина университетына юллана, ләкин ҙур конкурс арҡаһында был уҡыу йортона инә алмай. Үҙенә яҙған икенсе бер юлы асыла уға. Яҡшы уҡыған ҡыҙҙы туған мәктәбенә пионервожатый итеп эшкә саҡыралар. Йәш кенә булһа ла икеләнеүһеҙ яңы эшкә тотона. – Бала саҡта староста, дружина советы председателе, комсорг булғас, был эш ҡурҡытманы, 17 йәшемдә мәктәптә хеҙмәт юлымды башланым. Белем алыу тураһында ла онотманым, ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетына уҡырға индем, –тип башланып китте бөгөнгө көндә Яңы Күл урта мәктәбенең Нимесләр ауылындағы филиалы етәксеһе Зилә Фәттәхова менән һөйләшеүебеҙ. Һуңынан татар теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен дә алып бара. Ваҡыт үтеү менән