Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре һәм оператив кәңәшмәләр барышында бер нисә тапҡыр төҙөкләндереү, таҙалыҡ йәһәтенән тап Яңауыл ҡалаһын башҡаларға өлгө итеп ҡуйғаны бар. Был төбәк федераль проекттарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ иткән, шул иҫәптән халыҡ өсөн уңайлы шарттар булдырыуға йүнәлтелгән программаларҙа әүҙем ҡатнаша. Бында “Башҡортостандың төньяҡ ҡапҡаһы” төҙөкләндереү проектын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы башҡарылған күләмле эштәр хаҡында ла хәбәрҙарбыҙ. Әле яңауылдар “Бәләкәй ҡала мәҙәниәте” проекты буйынса музейҙы, парктың бер өлөшөн һәм башҡа йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса эш башлаған. Ҡаланың 4-се мәктәбе мәғариф учреждениеларын капиталь ремонтлау буйынса федераль проектҡа ярашлы танымаҫлыҡ булып үҙгәрә бара. 1993 йылда төҙөлгән белем усағы ҡалала иң йәш мәғариф учреждениеларының береһе һанала, әммә ул ошоғаса бер тапҡыр ҙа ҙур ремонт күрмәгән. – Эште былтыр 6 июндә башлап ебәрҙек. Элекке бинанан стеналар ғына ҡала, башҡаһын тулыһынса яңыртып бөтөп барабыҙ, – ти төп подрядсы вәкиле – “МеталлПромгражданстрой” йәмғиәтенең участка начальнигы Динар Ғабдуллин. Ысынлап та, бында әлеге көнгә мәктәптең тышҡы йөҙө заманса материалдар менән көпләнгән, ҡыйыҡ яңыртып ябылған, тәҙрәләр алмаштырылған. Шулай уҡ йылылыҡ, электр, елләтеү, һыу селтәре тулыһынса яңыртылған. Эске биҙәкләү эштәренән стеналар, иҙәндәр, түбә тигеҙләнә һәм өр-яңы төҫ ала бара. Был тәңгәлдә 37 эшсе йәлеп ителгән. – Уларҙың һәр береһе үҙ бурысын белеп, намыҫлы башҡара. Кәрәкле төҙөлөш материалдарында өҙөклөк юҡ, шуға күрә объектты ваҡытында тапшырыуға ҡамасауларлыҡ бер сәбәп тә күрмәйбеҙ. Балалар яңы уҡыу йылын өр-яңы тип әйтерлек мәктәптә ҡаршылаясаҡ, – тине ышаныслы итеп участка начальнигы. Башҡарылған эштәрҙең сифаты менән мәктәп директоры Зинфир Ғәлинуров та ҡәнәғәт. Белем усағында барлығы 720 уҡыусы иҫәпләнә, ремонт барған ваҡытта уларҙың бер өлөшө – ҡала лицейында, икенселәре И.Ш. Мөҡсинов исемендәге гимназияла уҡый. – Быға тиклем мәктәптә уҡыу бүлмәләре ныҡ һыуыҡ, шулай уҡ яҡтылыҡ йәһәтенән мәшәҡәттәр арыу уҡ булды, иҫкергән ҡорамалдар арҡаһында электр энергияһына сығымдар ҙур ине. Ниһайәт, был проблемалар артта ҡала. Һәр уҡыу бүлмәһендә юғары тиҙлекле интернет, заманса йыһаздар, ҡорамалдар буласаҡ. Мәктәптең эргә-тирә биләмәһе лә төҙөкләндерелә, балалар өсөн уңайлы спорт майҙансығы, ял биләмәләре барлыҡҡа киләсәк. Шулай уҡ ашханала ла өр-яңы ҡорамалдар ҡуйыу планға алынған, – тип шатлыҡлы яңылыҡтары менән уртаҡлашты Зинфир Ҡасимйән улы. Ул үҙе был белем усағында асылған көнөнән башлап, йәғни 1993 йылдан эшләй, 2015 йылдан – директор вазифаһында. “Башҡа мәктәптәрҙә уҡыу мәшәҡәтле булһа ла, уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа һынатмай, төрлө ярыштарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып тора”, – ти директор. Мәҫәлән, география, экология буйынса республика олимпиадаларында призлы урын яулаған уҡыусылар бар. 4-се мәктәптә “Үҫеш нөктәһе”, мобиль кластар булдырыу күҙаллана. Әлбиттә, бөтә был эштәр йәш быуынға төплө белем һәм лайыҡлы тәрбиә биреүгә йүнәлтелә. Шуға күрә яңы шарттар булдырылған яңы мәктәптә уңыш һәм ҡаҙаныштарҙың тағы ла күберәк һәм тосораҡ булырына шик юҡ. Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА