Ошо көндәрҙә Салауат башҡорт дәүләт драма театрында Салауат Әбүзәровтың әҫәре буйынса премьера булды. Институтты тамамлағандан һуң ата-әсә йортонда төпләнергә ҡайтҡан Айбулат яңы йортҡа нигеҙ һалғанда хазина таба. Асыҡланыуынса, хазина ябайҙан булмай - һандыҡтың эсендә ғәрәп телендә яҙылған аманат һәм шәжәрә табыла, унда ошо ауылдың, ата-бабаларҙың тарихы һаҡлана. Саф күңелле Аллабирҙе бабай йәш быуынға аманатты еткереп ерҙәге үҙенең бурысын үтәп, яҡты донъя менән хушлаша. Уның ҡарауы, яҡты донъяға яңы сабый тыуа, тимәк, быуындар бәйләнеше өҙөлмәй, дауам итә. Шуныһы ҡыуаныслы, хазинаны алтын-көмөш, байлыҡ тип уйлаған Айбулаттың ауылдаштары ла спектакль аҙағында бының улай түгеллеген, төп хазина ата-бабаларыбыҙҙың ҡомартҡыһы икәнлеген яҡшы аңлай. Сәхнә биҙәлеше лә үҙенсәлекле ине: унда Башҡортостан картаһы, ауыл, Айбулаттың ата-әсәһенең йорто ла урын алған. Йорттоң ырыуҙарыбыҙҙың тамғалары менән биҙәлеүе тамашаны тағы ла әһәмиәтлерәк итә. Актерҙарҙың кейемдәрендә башҡорт орнаменттарының