Һулаған һауабыҙ таҙамы? Башҡортостан Юлдаш телеканалында экология мәсьәләһенә арналған брифинг ойошторолдо. Башҡортостан тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов әйтеүенсә, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларында һауаны бысратыу проблемаһы һәр ваҡыт булды, ни тиһәң дә, улар Башҡоростанда эре сәнәғәт үҙәктәре һанала. Тап ошо ҡалаларҙа химия, нефть химияһы йүнәлешендәге предприятиелар урынлашҡан. – Беҙ атмосфера һауаһын һаҡлау мәсьәләһенә айырыуса иғтибарҙы күп бүләбеҙ, – тине Нияз Мансур улы. – Автоматлаштырылған станциялар, күсмә лабораториялар, контроль-надзор саралары ярҙамында һауаға мониторинг үткәрәбеҙ, власть органдары вәкилдәре менән тығыҙ бәйләнеш тотабыҙ, был ҡалаларҙы "Таҙа һауа" федераль проектына индереү өсөн тырышабыҙ. "Һауа бысраҡ һәм ҡырҡыу еҫ тоябыҙ", тигән ялыуҙар беҙгә йыш килә. Күҙәтеү постарында даими рәүештә бысраҡ таралған тигән ПДК сиген үтеү күҙәтелә. Ошоларҙың барыһы ла Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Виктория Абрамченкоға кәңәшмә уҙғарыуға нигеҙ булған да инде. Шул иғтибарға лайыҡ, кәңәшмәнән һуң Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Виктория Абрамченко, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларында бысраҡ матдәләр күләмен кәметеү буйынса айырым сараларҙы "Экология" милли проектының "Таҙа һауа" федераль проектына индерергә, шулай уҡ ҡаланың эре предприятиелары менән дүрт яҡлы килешеү төҙөргә ҡушҡан. Әйткәндәй, дөйөм республика күрһәткесе менән сағыштырғанда, Стәрлетамаҡ ҡалаһында һауаға бысраҡ таралыу – 11 процент, ә Салауат ҡалаһында туғыҙ процент тәшкил итә. Шулай уҡ асыҡ һөйләшеүгә Мәскәүҙән Рәсәй тәбиғәт ресурстары һәм экология министрының беренсе урынбаҫары Константин Цыганов та ҡушылды. Хөрмәтле ҡунаҡ экология мониторингы тураһында һөйләне. Константин Анатольевичв билдәләүенсә, һауаға бысраҡ матдәләр ташлау күренешен Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларында гидрометүҙәктең биш посы күҙәтеп бара. Метеорология шарттары яҡшы булмаған көндәрҙә, 2022 йылда бындай 220 көн теркәлгән, мониторинг айырыуса эҙмә-эҙлекле алып барыла. – Республиканың көньяғында һауаны бысратыусылар – "Башкирская содовая компания" акционерҙар йәмғиәте, "Газпром нефтехим Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, – тине Константин Цыганов. – Ошо ҡалаларҙа йәшәгән халыҡтың бер туҡтауһыҙ мөрәжәғәте арҡаһында Мәскәүҙә, республиканың власть вәкилдәре һәм надзор органдары ҡатнашлығында кәңәшмә ойошторолдо. Росприроднадзор һауаны бысратыусы предприятиелар буйынса инвентаризация үткәрәсәк, шулай килештек. Унан инде барыһы ла аңлайышлы буласаҡ. Константин Анатольевич предприятиеларҙың ишеге кешеләр өсөн асыҡ булырға, һәр кем заводҡа инә алырға, уларҙа үҙгәртеп ҡороу эше барыуын белеп торорға тейешлегенә баҫым яһаны. Росприроднадзорҙың Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы етәксеһе Роман Болотовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, һуңғы йылдарҙа республиканың эре предприятиеларында, атмосфера һауаһы тәңгәлендә, 170-тән ашыу ҡағиҙә боҙоуҙар теркәлгән. Ул тирә-яҡ мөхиткә кире тәьҫир иткән төп сығанаҡтарҙы һананы. Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалалары тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто яһаған. – Беҙ ауылдар сигендәге һауаның сифатын тикшерәбеҙ, беҙҙә күсмә һәм станционар лабораториялар бар, – тине Росприроднадзорҙың коммуналь гигиена идаралығының надзор бүлеге начальнигы Лариса Килдешова. – Ысынлап та, беҙгә граждандарҙан ялыуҙар күп килә, хәл-торошто үҙ күҙҙәребеҙ менән күреү маҡсатында, теләгән ваҡытта, оператив рәүештә урындарға сығабыҙ. Брифинг спикерҙары Башҡортостан ҡалаларының "Таҙа һауа" федераль проектына инеүе бигерәк тә мөһим тигән ҡарарға килде. Шул иғтибарға лайыҡ, Башҡортостан етәкселеге экология мәсьәләһен һәр саҡ контролдә тотто, әле лә шулай, һулар һауабыҙ саф булһын өсөн ҙур проекттарҙы, күп уй-маҡсаттарҙы тормошҡа ашыра, ҡыҫҡаһы, халыҡтың мәнфәғәтен хәстәрләй.