Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында йәшәгән Зөлфирә Һағынбаеваны ауылдаштары оҫта ҡуллы хужабикә булараҡ белә. Ҡулынан килмәгән эше юҡ уның: элек-электән бәйләмгә, тегеүгә оҫта булды. Бешеренеүгә лә маһир ул, ауылдаштарына ҡунаҡ-туйҙарға заказға ҡамыр ризыҡтары әҙерләй. Элегерәк башлыса бәйләү, ҡорама ҡорау кеүек ҡул эштәре менән шөғөлләнеп, аллы-гөллө ептәрҙән ултырғыс ябыуҙары, төрлө сувенирҙар бәйләй, ҡорама ҡорау менән дә ихлас булыша. Үҙенең ижади эштәре менән төрлө сараларҙа, күргәҙмәләрҙә лә йыш ҡатнаша. Һуңғы бер нисә йылда Зөлфирә Рай ҡыҙы милли биҙәүестәр эшләү менән мауыға. Селтәр, ҡашмау кеүек биҙәүестәре күҙҙең яуын алырлыҡ килеп сыға. Был эшкә ауылдаш ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла теләп өйрәтә, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Үҙе ауылдың ағинәйҙәр хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша. Матур йырлаған еңгәбеҙ ауылда үткән концерттарҙа даими сығыш яһай. Былтырғы йылдың аҙағында Ғабдулла Сәиди призына үткәрелгән район мөнәжәтселәр бәйгеһендә икенсе урынды яуланы, ә Таулыҡай ауылының ағинәйҙәр ансамбле