Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты, арҙаҡлы театр һәм кино актеры, билдәле режиссер, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре Әхтәм Абушахманов күркәм юбилейын билдәләй. Әхтәм Әхәт улы менән төрлө темаға әңгәмә ҡороп була, хәтерендә театр сәнғәте, тарих буйынса китаптар яҙырлыҡ мәғлүмәттәр етерлек. Күп ҡырлы ижадсы менән бөгөнгө әңгәмә уның йәмәғәтселек эшмәкәрлеге, сәхнәлә уйнаған күренекле ролдәре һәм улдарына биргән тәрбиә тураһында барҙы. – Әхтәм Әхәт улы, һеҙгә – 75, ә күңелегеҙ менән үҙегеҙҙе нисә йәштә тояһығыҙ? – Өләсәйем 96 йәштә мәрхүмә булды, бала саҡта ул: “Әле генә, мин ҡыҙ саҡта”, – тип һөйләһә, көлә инек. Уйлап ҡараһаң, беҙҙең дә малай саҡтар әле генә ине, баҡтиһәң, күптән үткән икән... Башҡорттарҙың “алтмыштыҡын ашаһаң да, алтыныҡын ашама” тигән әйтеме бар, бала саҡтағы хәтер юйылмай, күңел менән бала саҡҡа әйләнеп ҡайтаһың инде. – Бала сағығыҙҙың тәме? – Беҙгә һайланырға тура килмәне, икмәк-сәй булһа – шул етә, ә һыйыр быҙаулаһа – байрам: һөт, ҡаймаҡ, аҡ май... Эшкә иртә өйрәндем, алты йәштә бесән саптым, балыҡ тоттоҡ. Ғаилә ҙур, ашарға кәрәк, тубырсыҡ йыйып һатып, һунарға йөрөп, тейен, сел, ҡор, ҡуян аулап, шуның менән көн күрә инек. – Һеҙ техника менән дә дуҫ булғанһығыҙ? – Эйе, дуҫмын. Бала саҡта өй түбәһенә йәшен ҡайтарғыс ҡуйҙым, тик ул “йәшен тартҡыс” булып сыҡты – йәшен атты, өй һелкенеп китте, мейес торбаһы тәгәрәп төштө... Әсәйҙән ныҡ эләкте, ҡоролмамды алып ташланым. 8-се кластан һуң Бәләбәй механизациялау һәм электрлаштырыу техникумына уҡырға инергә теләй инем. Тик ауыл советынан справка бирмәнеләр. – Һеҙ бит бухгалтер һөнәрен дә үҙләштергән кеше... – Атайым колхоздың баш бухгалтерын яллап, мине ошо һөнәргә өйрәтте. “Бухгалтер хәтәр кеше ул, теләһә етәксенең башын ашай, ҡул ҡуйғас, бер ноль өҫтәү проблема түгел”, ти ине. Шул ваҡытта атайым миндәге эшҡыуар һәләтен дә юҡҡа сығарҙы. “Йәнгел” совхозындағы урман ҡырҡыу эшенең бухгалтерияһын алып барҙым. Ағас ҡырҡыусыларҙан теүәл алабыҙ, ә шоферҙарға яҡынса үлсәү менән тейәп ебәрәбеҙ, шуға артыҡ 200 кубометр “деловой” ағас ҡалды. План ҡорҙом, йәнәһе, артыҡ ағастарҙы Мәүлит ағайға наряд яҙып, уның аша үткәрәм, кеҫәмә 400 һум аҡса төшә, шунан кәзә матай һатып алам. Атайым төшөрөп алһа, йомшара ине, шул мәлде көтөп алып, хәлде аңлаттым. Атайым шунда уҡ айнып: “Башың төрмәлә серер! Мин намыҫлы булдым, ә һин жулик булырға итәһеңме?” – тип әрләп ташланы. Был миңә ғүмерлек һабаҡ булды. – Йәмәғәт эштәренә ҡасан килдегеҙ? – Хрущев заманында беҙҙең “Ҡыҙыл йондоҙ” колхозын Сталин исемендәге колхозға ҡуштылар, аралар йыраҡ, беҙҙең урман зонаһында – замдар, ялан яҡтарында “сам”дар эшләне, шунда мине комсомол секретары урынбаҫары, һуңынан комсомол секретары итеп һайланылар. Революцияның 50 йыллығына арналған смотрҙа районда беренсе урын алып, Өфөлә лә сығыш яһаныҡ. Мин концертты алып барҙым, шунда жюри рәйесе, мәҙәниәт министры урынбаҫары Ғабдулла Ғиләжев Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға саҡырҙы. Уҡып китеүе ауыр булды. Ғабдулла ағай ныҡ ярҙам итте, уҡыуым да яҡшырҙы, староста итеп ҡуйҙылар. Башдрамтеатрға килгәс – комсомол секретары, һуңынан профсоюз рәйесе булдым. Ун ете йәшемдән йәмәғәтселек эшен башлаған инем, бөгөнгә тиклем дауам итәм. – Тәнҡитселәр Һеҙҙең хаҡта “Шекспир менән килде һәм Шекспир менән театрҙан китте”, – тип яҙа... – Шекспирҙың пьесаһындағы Парис – театрҙағы икенсе ролем. Тәүгеһе Ә. Атнабаев пьесаһы буйынса “Балаҡайҙарым” спектаклендә Альфред булды. Ә бына актер булараҡ уйнаған һуңғы ролем – Отелло, уны мин Йәш тамашасылар театрында уйнаным. Ҡуйыусы режиссер А. Кочетков уға “бер милләт икенсе милләтте ашай” тигән фекер һалды: Отелло башҡалар менән русса һөйләшә, ә яңғыҙ ҡалғанда – башҡортса. Мин уның фекерен ҡабул итмәнем. – Иң сағыу образдарығыҙҙың береһе – Салауат... – Мин 1970 йылда театрға килдем, 1972 йылда Салауат ролен бирҙеләр. М. Кәрим яҙғанда Илшат Йомағоловты күҙ уңында тотҡан, Мөбәрәковтың Салауаты ла халыҡ күңелендә ине. Мостай ағайға әйткәс, ул: “Ҡурҡма, был – башҡа Салауат, ул һуғышсан ғына түгел”, – тине. Дублерым Ғәскәров ансамбленән Әнүәр Ишбирҙин ине. Премьера алдынан, Салауатты кем уйнай, тигән бәхәс ҡупты. Яҙыусы Динис Исламов: “Нимәһен оҙаҡ уйларға, Әхтәм уйнаһа – спектакль бар!” – тине. Премьераның тәүгеһендә мин уйнаным, икенсеһендә Әнүәр уйнарға тейеш ине, ләкин Мостай ағай шылтыратып: “Теге егет уйнамаһын, Абушахманов уйнаһын!” – тигән. Роль миңә тороп ҡалды. – 1982 йылда һеҙ Кәрим Хәкимовты уйнайһығыҙ... – Салауат Юлаев та, Кәрим Хәкимов та – икеһе лә масштаблы шәхестәр. Ғөмүмән, сәхнәгә сыҡҡан образдар масштабҡа әйләнә, сөнки сәхнә – ул трибуна һымаҡ. Ундай образдарҙы эшләү ауыр... Актерҙар йортонда Кәрим Хәкимовҡа бағышланған кисәлә мин Рәмзил Вәлиевтең “Дим егете” шиғырын уҡыным, авторы: “Мин Кәрим Хәкимовтың ауылдашы, йыраҡ туғаны, уның тураһында роман яҙырға хыялланам”, – тине. Оҙаҡ һөйләштек, ул күңелемә ошо шәхесте индерҙе. Һуңынан, Асанбаев пьеса яҙа, тигәс, режиссерға: “Кәрим Хәкимовты мин уйнарға тейеш!” – тинем. Кәрим – дипломат, уның эшмәкәрлегенә төшөнөргә илселектә эшләгән танышым Байкал Ғәбитов ярҙам итте. – Кәрим Хәкимовтың ҡатыны Хәҙисә ханым менән күрешкәндә, ул һеҙҙе үҙенең тормош иптәшенә оҡшатҡан, тиҙәр. – Мәскәүгә гастролгә барҙыҡ. “Ҡыҙыл паша”ны КПСС-тың Үҙәк комитеты политбюроһы ағзаһына кандидат Петр Демичев ҡараны, баҡтиһәң, ғәрәп илселәре беҙҙең спектаклде ҡарарға теләк белдергән икән. Бик көсөргәнешле үтте ул кис, спектакль бөткәс, атлайым тиһәм, булмай – аяҡтарым ҡатҡан. Яйлап сәхнә артына сығып бара инем, бер ҡатын “Папа!” тип ҡысҡырып, миңә табан килә. Ҡосаҡлап, илай башланы. “Вы кто?” – тим. “Мин – Хәкимовтың ҡыҙы Флора”, – ти. Ул телефонын бирҙе, икенсе көнө осрашыуға барырға булдыҡ. Сәғәт иртәнге унда Флораға шылтыраттыҡ, ул: “Сәғәт ун икегә килегеҙ”, – тине. Барып еттек, иртәрәк инербеҙ тиһәк, юҡ, ун икелә, тип кире борҙолар. Дипломат ғәҙәте, күрәһең. Асыуым килде лә магазиндарға сығып киттем. Урап килһәм, тышта бер кем юҡ. Ишек асыҡ. Ҡараһам, диванда ап-аҡ күлдәктә ап-аҡ ҡарсыҡ ултыра. Мине күрҙе лә: “Оҡшаған...” – тип илап ебәрҙе. Индем, иҫәнләштем. “Юҡ, иларға тейеш түгелмен, мин – дипломат ҡатыны”, – тине. К. Хәкимов тураһында һөйләне, ҡыҙы уның хәбәренә ҡушылып китһә: “Флора! Ты меня путаешь!” – тип артыҡ мәғлүмәт биреүҙән тыйыла ине. Бер аҙҙан Флора минең ҡолағыма шыбырлай: “Һеҙ иң һуңынан сығырһығыҙ!” – ти. Сәй эскәс, халыҡ сыға башланы, мин арттараҡ ҡалдым. Хәҙисә ханым: “Флора, минең аяҡтарымды килтер, иремде ишек төбөнә тиклем оҙатырға тейешмен”, – ти. Ҡыҙы уға тәгәрмәсле таянғыс килтерҙе, Хәҙисә ханым ишек төбөнә оҙатып килде. “Һеҙҙе үбергә мөмкинме?” – тип һораны. Ҡосаҡлап үпте лә тағы илап ебәрҙе. Шунан бер аҙҙан көлдө лә: “Мин һеҙҙең алда илап ҡалырға тейеш түгел, мин – дипломат ҡатыны”, – ти. Хушлашып, сығып киттек. Ике-өс көндән тағы барҙыҡ. Мине Хәҙисә ханым янына индермәнеләр. Баҡтиһәң, теге мәл беҙҙе оҙатҡас, йөрәге түҙмәгән, инфаркт кисергән. – “Ҡыҙыл паша”ны 1986 йылда Сирияның Дамаск ҡалаһында уйнағандан ниндәй тәьҫораттар ҡалды? – Бер журналист ғәрәп егете менән аралаштым. Шунда ул, Кәрим Хәкимовты белеүселәр, хөрмәт итеүселәр күп, уның эше, булмышы бөгөнгө быуынға ла еткән, тине. Ғәрәбстанда дин көслө, театрҙары – ер аҫтында. Унда ҡатын-ҡыҙҙар йөрөмәй, гел ирҙәр. Насир Әбүталип менән сәхнәне тәржемә итеп, ғәрәп телендә уйнаныҡ. Ғәрәптәрҙең теле беҙҙекенә оҡшаш, мәҫәлән, һәҙиә, ахмаҡ тигән һүҙҙәре бар. Спектаклдә Насир: “Ҡатының нисәү?” – тип һорай, Кәрим: “Берәү”, – ти. Эй, көлдө ғәрәптәр шунда!.. – Режиссер булып китеү теләге булманымы? – Спектакль ҡуйғас, проблема күтәрергә кәрәк. Режиссер – яуаплы эш. – “Нәркәс”те ҡуйҙығыҙ бит? – Минең спектакль Нәркәс хаҡында түгел, ә Зөмрәт хаҡында. Сөнки тап Зөмрәт аша тыуған ил темаһы асыла. – Һеҙҙең тура һүҙле булыуығыҙ ярҙам итәме, әллә ярҙан этәме? – Фиғелгә ярҙам итә, ә йәшәүгә зыян ҡыла. Дөрөҫтө ярып әйтһәң – тыныс йоҡлайһың, үҙеңде алдап йәшәмәйһең. Миңә хатта Мәскәүҙә берәү: “Әлбиттә, һин бындай холоҡ менән театрҙа эшләй алмайһың!” – тине. – Улдарығыҙға ниндәй тәрбиә бирҙегеҙ? – Беҙҙең күршелә йәһүдтәр йәшәне. Улар балаларын тышҡа сығарманы, сөнки урам йоғонтоһонан аралайҙар ине. Мин иһә малайҙарҙы буш ваҡыттары булмаһын, урам тәьҫораттары теймәһен, тип тәрбиә бирергә тырыштым. Үҙаллылыҡтарын хуплай инем, үҙҙәре аҡса табып өйрәнһен, тигән ҡарашта булдым. Шулай бер мәл Айрат магнитофон һатып алырға һорай. “Улым, мин һине ашатам, кейендерәм, магнитофонға ҡайҙан аҡса алайым?.. Теләһәң, ана, һөт шешәләрен йыуып тапшыр, бәлки, магнитофонлыҡ аҡса йыйылыр”, – тим. Бер ваҡыт Айрат театрға эшкә йүгереп килгән. “Атай, “Мелодия” тигән магазинға яңы магнитофондар килгән, әйҙә, барып алайыҡ”, – ти. “Аҡсаң етәме һуң?” “Эйе”, – ти. Барып алдыҡ, етерлек аҡса йыйған бит! Һуңынан ул магнитофон янына барһам: “Атай, теймә, боҙаһың!” – тип яҡын ебәрмәне. – Улдарығыҙ ҙа сәнғәт юлын һайлаған... – Айратты сәнғәтте һайлар тип уйламаған да инем, бейеү менән шөғөлләнде, әлбиттә, урындар ҙа алды, әммә уны медицина институтына инер, йә булмаһа, тарихсы булыр, тип көткәйнем. Мин үҙем тарихсы булырға хыялландым. Ул ныҡыш, үҙһүҙле... – Бәлки, һеҙгә оҡшағандыр?.. – Шулайҙыр... Өйрәткәнде яратмай, һин бит Советтар Союзында йәшәгәнһең, хәҙер улай түгел, тип ебәрә. Ә һуңынан барыбер уйлана. Бер тапҡыр шулай: “Һин Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” спектаклен Салауат театрында ҡуйҙың бит, ниндәй фекер һалдың?” – тип һорай. “Килмешәк үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртып, халыҡты юҡҡа сығарыуы бар, тигән фекер”, – тим. Айрат та ҡуйҙы был спектаклде, уның бөтөнләй икенсе фекер – ҡатын-ҡыҙҙың гонаһы ырыуҙы юҡҡа сығарыуы бар, тигән. – Айраттың бөтә спектаклдәрен дә ҡарайһығыҙмы? Ҡайһыһы нығыраҡ оҡшай? – Әлбиттә, ҡарайым. “Кәкүк ояһы”. Стәрлетамаҡта “Биғылый”ҙы ла шәп ҡуйҙы. – Ә Ринаттың эштәрен ҡарайһығыҙмы? – Эйе. Ул шул тиклем тырыш, эшенә мөкиббән, ныҡ талантлы! - Динара ҠӘЙҮМОВА