Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ағинәйлек – йәшәү рәүеше

Республика район һәм ҡалаларындағы “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы ағзалары булған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың осрашыу сәбәптәре лә, уртаҡлашыр тәжрибәләре лә, күтәрер темалары ла бихисап икәнен беләм, сөнки уларҙың бик күп сараларында ҡатнаштым. Ул сараларҙа онотола барған йолаларҙың тергеҙелеүе, көнкүрештән төшөп ҡала барған кәсептәргә яңы һулыш өрөлөүе, тәжрибә-оҫталыҡ менән уртаҡлашыуҙар минең дә күңелемә яҡын: нисәмә йыл Башҡортостан юлдаш телевидениеһындағы журналислыҡ эшмәкәрлегем дә бөгөн ағинәйҙәр шөғөлләнгәндәргә ауаздаш бит. Һуңғы ваҡытта “Кемдәр һуң ул ағинәйҙәр?”, “Ағинәйҙәр нимә эшләй ул?” тигәнерәк һорау биреүселәр күбәйеп китте. Баймаҡ районында булған ике генә осрашыу тураһында яҙам. Гәзит уҡыусы ошо һөйләшеүҙәрҙән дә ағинәйҙәрҙең эшмәкәрлеген, уларҙың кемлеген аңлар, тип ышанам. Асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙәр Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылындағы мәҙәниәт йортонда ағи­нәйҙәр менән осрашыуҙабыҙ. Ауыл биләмәһе етәкселеге, Ағинәй­ҙәр ҡорона, “Яҙгөл” фольклор ансам­бленә йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар ҡуҙғатҡан темаларҙы ҡолаҡ ҡар­пайтып тыңлап ултырабыҙ. Ошолайтып асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙәр ҡайһылай ҙа кәрәк беҙгә, тигән уй ҙа үтә баштан. Иҫке сибайҙарҙың әйткәне тотош милләткә һабаҡ булыр ине. Шулай итеп, тыңлайбыҙ: “Ағинәй хәрәкәтенә ҡарата төрлө фекер булды һәм булырға тейеш тә, – тине атайсалдар. – Ағинәйлек күктән төшкән әкәмәт түгел. Ул – ке­шегә Хоҙайҙан бирелә торған саф, ҡеүәтле, ирекле энергия. “Ағи­нәй­лек” тигән төшөнсәгә хас, тип иҫәп­ләнгән матур сифаттар биш йәш­лек ҡыҙ балала уҡ бар: белем­гә, яҡшылыҡҡа, аҡылға ынтыла ул. Үҫмер ҡыҙ ҙа һылыу­лыҡҡа, матур­лыҡҡа, сафлыҡҡа, мөхәббәткә ыша­на. Хатта ғәҙел­һеҙлектәр, мәр­хәмәтһеҙ мөнәсәбәт менән бәре­леш­кәндә лә, аҙғынлыҡ, эскелек һы­маҡ яман хәлдәр уның бәхетенә аяҡ салһа ла, ҡатын-ҡыҙ йөрәгендә ила­һи ут барыбер ҡала. Ҡатын-ҡыҙ ғү­мер буйы ынтыла ул ағинәйлеккә...” “Ағинәйлек һәр ҡатындың үҙенән, үҙенең усағынан башлана, аҡыл самаһына, иманы ныҡлығына барып тоташа, ләкин бөгөн ағинәй үҙ теләге менән ауылдың хәстәрен үҙ өҫтөнә ала. Ауылдағы тәртипте хәстәрләй, яуап бирә, уның йәнен-йәмен ҡурсалай. Ни өсөн шулай? Бында хәҙис менән яуап бирәбеҙ: “Аллаһы Тәғәлә кемде яратмай? Тәкәбберҙе һәм монафиҡты. Тимәк, беҙ ауылдағы бер кемдә лә эшебеҙ булмайынса, төрлө ауыр хәлде күрмәмеш булып, тәкәбберләнеп йәшәй алмайбыҙ. Эскелектән йә тәрбиәһеҙлектән яфаланған ҡәрҙәш­тәрҙе ташлай алмайбыҙ. Монафиҡ ул ике йөҙлө тигәнде аңлата. Милли матбуғат кәрәк икәнен белеп тә, уны алдырмау – ике йөҙлөлөк. Милли кейемде белеп тә, уны кеймәү, ауылда мәсет булһа ла, унда йөрөмәү – ике йөҙлөлөк...” “Ағинәй – тел тотҡаһы, тарихты, тәртипте оноторға юл ҡуймаусы ул. “Яҙгөл” ансамбле 2013 йылдан ойоша, уның яртыһы – ағинәйҙәр. Эскелеккә ҡаршы көрәш иң баштан уҡ беҙҙең төп йүнәлеш булды, сөн­ки ошо афәтте йырып сыҡма­йынса, кеше күҙенә ҡарарлыҡ түгел инек...” “Ағинәйҙәрҙең эш асылын аңла­ған етәкселәр уларҙың ярҙамына йәбешеп ята. Ҡайһы бер яҡта хатта артыҡ һалышып китәләр, тиҙәр. Экологик өмәләр, балалар менән сана шыуыу, ҡунаҡтар ҡаршылау... Һәр урында ағинәй кәрәк. Ошолай әүҙем, дәррәү рәүештә беҙ бит мил­ләткә хеҙмәт итәбеҙ, уның рухын һаҡлайбыҙ, халыҡсан кейем­дәрен, ризыҡтарын тергеҙәбеҙ һәм ҡулланабыҙ...” “Ҡайһы саҡта артыҡ тырышыу касафаты менән кейемдәрҙә һәм биҙәүестәрҙә хаталар барлыҡҡа килде. Шулай уҡ уларҙы тергеҙ­гән­дә тарихи дөрөҫлөктө лә һаҡ­ларға кәрәк. Милли хазинала­рыбыҙҙы сит-яттарҙың үҙләште­реүе, урлашыуы кеүек күренештәр беҙҙе бик тетрәндерҙе, уятты, сәм­ләндерҙе. Беҙ бер кемгә лә үҙе­беҙҙекен бирмәҫкә, әүҙем эшләргә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең ярҙам­сыһы булырға тейешбеҙ. Был хаҡта Башҡортостан мәҙәниәт ми­нистры­ның махсус хаттары ла таратылды райондарға. Бөгөн ауылдарҙа ағи­нәйҙәр төркөмдәре, үҙҙәренә матур исемдәр ҡушып, фольклор төркөм­дәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән бергә эшләп алып китте...” Уянабыҙ, уйланабыҙ, эшләйбеҙ Ниһайәт, беҙ дүрт күҙ менән көтөп ултырған бер кеше, Разия Хисбулла ҡыҙы Баймөхәмәтова, һүҙ ала: “Иҫке Сибайҙың һуңғы алтмыш йыллыҡ тормошо күҙ алдымда, йөрәгемдә. Олоғайған һа­йын ауылыңды үтә күреп тораһың бит. Йәнде әрнеткән күренештәргә ҡаршы көрәшергә тип, мин дә ағинәйҙәргә ҡушылдым. Тик ағи­нәйҙең “Әйҙәгеҙ, ана шулай эш­ләйек” тигәненән генә бер эш тә барып сыҡмай икән ул. Ойоштора торған эшең, әйҙәләгәнең ошо ба­ҫып торған ереңә, ошондағы тор­мошҡа бәйле булһа, һинең һүҙең үтә, ғәмәлең аңлашыла, аңдарға барып етә, шуға күрә беҙ беренсе сиратта бер нәмәне аңларға тейешбеҙ: беҙ – башҡорттар, беҙ – аҫабалар, тимәк, илле, телле, ашлы, йолалы халыҡ. Быны иҫтән сығарыу һис тә ярамай. Мәҫәлән, йола тураһында әйтәм. Башҡортостандың ун дүрт районында туйҙа ҡатнашырға насип булды. Хәҙерге ваҡытта туйҙар нисек үтә? Бөтәһендә лә бер ҡалып. Киленде һыу юлын күрһәтергә алып барғанда, тиртунды әйлән­дереп кейеп, араҡы шешәһен баш осона күтәреп болғап, һын-сепрәк алмаштырып, шағараҡ туй ҡоралар – былағайланалар. Юҡ, мәйтәм, былай булмай, йолаларыбыҙға йөҙ борайыҡ. Үҙебеҙҙең ата-баба­ларҙан ҡалған бик мәғәнәле бер йоланы – “Һырға туйын” ҡалҡы­тайыҡ. Шул йола аша боронғо туйҙың нисек икәнен күрһәтәйек, тигән уй тынғы бирмәй башланы. Тағы ла күңелемде әрнеткәне шул: яңыраҡ беҙҙең бөгөнгө мә­ҙәниәт йортоноң тамашаһын ҡара­ныҡ. Сәхнә мөйөшөндә бер бәләкәй генә өй эшләп ҡуйҙылар ҙа тотондолар ирҙәрҙән көлөргә! Мыҫҡыл­лайҙар, билдән түбән дә төшөп ки­тәләр! Ни өсөн бөгөн беҙ ирҙәрҙең дәрәжәһен төшөрәбеҙ? Шул арҡала ғаиләләр тарҡала. Әсә кеше бала тыуҙырыу менән бөйөк, әлбиттә. Әммә донъялыҡта ирҙәр­ҙең дәрәжәһен төшөрөү төптө дө­рөҫ түгел, бының менән килешә алмайым. Ирҙәр – ирҙәр ул. Һүҙем шул: эш өсөн, кисәләр өсөн ошо ауыл темаһы, зары алынһын. Ауылда бөгөн Мөрсәлим Кашанов йыр-көй, музыка яҙып ята, шул егетте ниңә сәхнәгә саҡырып, ижадын тыңлап, дәрәжәһен күтәр­мәҫкә? Ә күпме шағир, йырсылар бар беҙҙең ауылда, беләһегеҙме, тип өндәшәм әле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә. Ауыл халҡы менән бергә уйлап эш итергә кәрәк. Уй, фекер, зекер – өсөһө лә бер үк нәмә. Тәүҙә уйларға, шунан фекер итергә, шунан зекер әйтергә кәрәк. Эскелеккә ҡаршы бер батша ла, бер президент та сыға алмай, эскелекте ябай халыҡ үҙе бөтөрә. Эскелеккә ҡаршы эш алып барыу өсөн халыҡтың дини ҡанундары менән йәшәүе – төп шарт, тарихи шарт! Шуны онотмағыҙ!” Бер арауыҡ өнһөҙ-телһеҙ ҡалып ултырҙы беҙҙең ҡор, бына ошолай төптән ҡайырып, тамырға һеңдереп әйтә-өйрәтә бит ул ағинәй. Бына шул хаҡҡый һүҙҙәренә зар булғанбыҙ түгелме?.. Атайсалда ағинәйҙәр ҡоро бара. Ир-егеттәр ҙә, ҡатындар ҙа бер уй-ниәттә: “Уянабыҙ, уйланабыҙ, эш­­ләй­беҙ!”. Шундай фекер ҙә яңғы­рап китә: “Ағинәйҙәр күп булмай, тиҙәр. Бик дөрөҫ һүҙ, ләкин бөгөн бө­тә башҡорт ҡатын-ҡыҙы ағинәй сифаттарына эйә булырға ынты­лырға бурыслы. Бурысты бө­гөнгө урта һәм өлкән быуын атҡа­рырға тейешбеҙ, сөнки беҙ академик совет мәктәбен үттек. Халҡы­быҙ быуаттар буйы ынтылған донъяуи ғи­лемде алдыҡ. Тик ҡот осҡос ғәҙел­һеҙлек шунда булды: беҙҙе дини белемдән ситләттеләр, шуға күрә бөгөн дин яғынан шыр наҙанбыҙ. Әммә Хоҙайҙың хикмәте бар! Ислам дине ҡанундары халҡыбыҙҙың йолаларына, холоҡ-фиғеленә, милли характерына һеңгән. Аллаһы Тәғәлә фатиха биргән әҙәми сифат­тар беҙҙең тәрбиәлә, телдә, фольк­лорҙа, көнкүрештә һаҡлан­ған. Тимәк, яуаплы һәм ижади ҡарап, уларҙы тергеҙеү генә кәрәк...” Өләсәйҙәр һабағы ...Артабан беҙ Ишмырҙа-Йүкәләр ауылына юлландыҡ. Унда ла беҙҙе райондың бер нисә ауылынан ағинәйҙәр йыйылып көтә ине... Ауыл клубы ишеген асып инеүгә, беҙҙе саф тауышлы, көләс йөҙлө балалар төркөмө ҡаршы ала. Улар тырыша-тырыша Рәми Ғариповтың йәнтерелткес “Туған тел” шиғырын ҡат-ҡат йырлай, бөтә кеше ҡушы­лып ҡабатлай башлағансы һамаҡ­лай. Аҫыл һүҙҙе был рәүешле мейегә һеңдереү ысулы ла ағинәй-өләсәйҙәр һабағының бер күренеше бит. Ниһайәт, һәр кемгә танһыҡ осрашыу кисәһе башлана. Ана, Ишмырҙаның ир-аттары ла ағинәй­ҙәрҙең йыйынын тамаша ҡылырға теҙелеп ултырған. Тимәк, бындай осрашыу һәр кемгә танһыҡ. Уҡы­тыу­сылары менән бергә мәктәп балалары ла бында. Улар китапхана яғында эркелешә, китап ҡарай, бер мөйөштә сәй эсә. Ике ҡатлы мәҙә­ниәт йорто умарта кеүек ҡайнай. Уның ингән ере – фойеһы – ялал­ҡаһы (ял итеп ала торған иркен урын, диалект һүҙе) бик иркен, яҡ­ты икән. Тәҙрәләре бейек, түшәмгә хәтле ынтылып уйылған, ҡояш нуры көлтәләп эскә тула, үҙеңде сәхрәлә ултырғандай хис итәһең. Ишмырҙа биләмәһе ағинәйҙәре, бер нисә төркөм булып, баяғы фойе-ялалҡа буйлатып кемеһе бәйләм монаяты, кемеһе аш-һыу кәштәһе, кемеһе шәл бәйләмәгә кәзә дебетен әҙерләү өлгөләрен теҙгән! Улар ярты фойены “хуш еҫе” борҡоп торған дебет һәм ҡабарып-ялпылдап торған шәлдәр менән тултырып ташлаған. Шәл оҫта­һы Зөлфиә Солтанғолова бәй­нә-бәйнә ентекләп кәзә мамығын ҡайҙан алғанын, нисек эшкәрт­кә­нен, ҡайһы орсоҡ иләүгә, ҡайһыһы сиратырға ярағанын һөйләп тора. Бына бер өйкөм ҡатындар шәлгә дебет әҙерләүҙең рәт-сиратын күрһәтә. Кемеһе ҡыллай, береһе дебет аялай. Икен­сеһе шапалаҡты сығара ла ипләп кенә кире йәшерә, сөнки бая әйткә­немсә, күптәр уны ҡуллан­маҫҡа тырыша. Өсөнсөһө ҡул менән ылғый ғына иләп ултыра. Бер нисәһе, сит башлап, урта те­ҙеп, шәлде нисек бәйләүен күрһәтә. Яратҡан тема – шәл хаҡында һәр кем үҙе белгәнен әйтә... Асыҡ һәм ябай ...Кинәт беҙ Ишмырҙа ағинәй­ҙәре араһында ноҡот һалып ултырған бер ҡатынды күреп, шып туҡтаныҡ. Көпә-көндөҙ, ҡояш көлөп торғанда, бөтә ғәм уртаһында ноҡот һалып ултырсәле! Быныһы ла ағинәйҙәрсә – асыҡ һәм ябай. Ноҡотсо аҡлы-ҡаралы таштарын бүлгеләй, янына һыйынып ултырған кешенең бары тик өмөтөн нығыта, яҡшыға табан юл күрһәтә. Ысынлап та, ағинәйҙәр хатта аҡ магияны ла ашатлап үтмәй, ырым-ышаныуҙы ла араларына алып, халыҡтың өмөт шәмдәрен ҡабыҙыусы бер серле ҡатламын, һин – үткән заман, һин – әкиәт, тип ҡыр типмәй. Борондан илдә күрәҙәсе лә, ноҡотсо ла, фал китабын асыусы ла булған. Улар барыһы ла кешене үҙенең тормошо, юғалтыу-табышы хаҡында уйланырға, һаҡланырға йә дөрөҫ йәшәргә өйрәткән. Ноҡотсо бушаған арала тиҙ генә янына ҡунаҡланым. Һорауҙы уға түгел, таш өйөмөнә “бирәһең”, йәғни ташты усың менән ҡаплап, эстән генә ниҙер уйлайһың. Ноҡотсо бик яҡшы итеп юраны, бөтә уйымды һәйбәткә көйләне. Исеме Тәнзилә Әфләтүнова икән. Рәхмәт яуһын ошо халыҡсан йән дауалау алымын һаҡлаусыға! Эргәлә генә әллә күпме кеше ҡот ҡойоу барышын күҙәтә. Ҡот ҡойоусы Сибәрбикә Теләүсина рәхәтләндереп шик-шөбһәнән “таҙартып” ебәрә. Бына тағы ла ағинәйҙәрсә бер күренеш... Баймаҡ районының “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гүзәл Монасипова ла үҙ теләктәрен әйтеп ҡалырға ашыға: “Эштәрҙе, кәсеп­тәрҙе өйрәнгән саҡта бик иғтибарлы һәм һүҙҙәргә, атамаларға һаҡ булығыҙ. Терминдарҙы ныҡлап һо­рашып өйрәнегеҙ. Беҙ хәҙер бик күп аралашабыҙ, сығыштар яһай­быҙ. Хәтерҙәгеләрҙе тергеҙәйек, улар тураһында сатнатып һөйләргә лә, фекер алышырға ла, үҙ феке­реңде яҡларға ла өйрәнәһе бар әле беҙгә. Йолаларҙың күбеһен онота яҙғанбыҙ, ләкин күмәкләп ултырып аралашҡанда, һүҙгә һүҙ эйәреп, уларҙы иҫкә төшөрөргә була икәнен хәҙер үҙ тәжрибәбеҙҙә беләбеҙ бит инде. Мәҫәлән, был арала яҙ үткәрә торған йолаларҙы барлап алдыҡ, ыуыҙ ҡоймағына, баш итенә ҡунаҡ саҡырыу, ҡар һы­уына барыу һәм башҡа йолаларҙы берләштереп, яҙғы байрамдар үткәрҙек. Үҙебеҙҙең милли яҙғы байрамдың бер дөйөм күренешен, сценарийын булдырып, башҡалар­ға ла таратырға ниәтләп торабыҙ...” Артабан Ишмырҙа ағинәйҙәре үҙҙәрен борсоған һорауҙар буйынса бергәләп фекер алышты: “Ҡыя хәситәбеҙҙе һаҡлау сараһын күрәйек. Ғаиләләребеҙҙә һаҡланған элекке фотоларҙа хәситәне әсәһе лә, бәләкәс ҡыҙы ла кейеп ултыра. Ошондай үҙебеҙҙең ҡомартҡы биҙәүестәрҙе юғалтмайыҡ...” “Салауат районында башҡорт ҡалпаҡтарын тергеҙәләр. Ҡалпаҡ­тың биш-алты төрө бар: сикә ҡал­паҡ, мәрйен ҡалпаҡ, тәңкәле ҡал­паҡ, ҡайыулы ҡалпаҡ, тупый ҡал­паҡ, уҡалы ҡалпаҡ тигән төрҙәрен кейгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары. Йылайыр ағинәйҙәре һарыуыс­тарҙы тергеҙҙе. Ҡыя сәнсеп сигелә торған һарыуыстар бик күп башҡорт орнаменттарын, тарихын сағылдыра. Учалы ағинәйҙәре иһә сарыҡ, ҡата кеүек аяҡ кейемдәрен яһап, ҡулланыуға индерҙе...” “Ҡомло Ғәрәбстандан килгән йола ул – пәрәнжә бөркәнеү. Беҙҙең ҡатындарҙың яулыҡ, ҡашмау, таҫтар кеүек бына тигән баш ябыуы бар, улар сәсте йыя, елкә-муйынды тулыһынса ҡаплай. Төрөк йәки ғәрәп турпышаларын, япмаларын бөркәнеп йөрөмәһәк тә, үҙебеҙҙең милли башҡорт кейемендәге өлгөләр менән йөрөй алабыҙ. Беҙҙең башҡорт халҡы мең йылдан ашыу борон уҡ Ағиҙел, Иҙел-Волга буйында, Көньяҡ Уралда Ислам динен ҡабул иткән. Ғәрәп илселәре, сәхибәләре был хаҡта асыҡ яҙып ҡалдырған. Ул заманда Көньяҡ Уралда – Иртыштан Волгаға саҡлы башҡорт тигән ҡәүемдән башҡа бер генә халыҡ та булмаған! Шул дәүерҙән алып йәшәй милли йолаларыбыҙ ҙа, милли кейемдәребеҙ, биҙәүестәребеҙ ҙә...” Кем ул ағинәй? “Кем ул ағинәй? Был һорауҙы һәр ҡайҙа бирерҙәр. Яуап та бирә белегеҙ. Өс баҫҡысы, Аллаһы тарафынан беҙгә тыумыштан бирмешле өс шарты бар ағинәйлектең. Беренсеһе: ағинәй – ул милли телле. Туған телендә һөйләшә, йырлай, балаһына әкиәт һөйләй, йомаҡ ҡоя, таҡмаҡлап бейетә, күршеһенә сәләм бирә, китап уҡый, милли матбуғат алдыра. Туған телен үҙ өйөнән башлап һаҡлаусы, бөтә донъяла ҡалҡандай яҡлаусы була. Икенсе шарт: ағинәй – ул милли кейемле, йәғни үҙ халҡының өҫ-башын ҡаплаған һәр кейемде белә, өйрәнә, тарата. Тормош-көнкүреш ҡаралтыһын да белә, өйрәнә, ҡуллана. Милли кейем кейеп ғәйбәт һөйләү, араҡы эсеү, араҡылы табында ултырыу ҙа ҙур гонаһ, вәхшилек, аңһыҙлыҡ. Быны ағинәй белә. Өсөнсө шарт: ағинәй – милли ашлы. Ул ғаиләһенә, балаһына, туғандарына борондан кәрәкле һәм шифалы булған милли ризыҡтар бешереп ашата, уларҙы әҙерләй белгәндәрҙе күтәрә. Ул ейәненә чупа-чупс, лайс тоттормай, милли аштың тәме телендә ҡалырҙай итеп сөсикмәк, ҡоймаҡ, үлән сәйе, йәшел үлән ашы, баллы һыуҙар һәм башҡа тәбиғи һыйҙы ғәҙәти ризыҡҡа әйләндерә. Уларҙың кешегә файҙаһын аңлата, башҡа яһалма әйберҙәрҙән айырмаһын өйрәтә. Шулай итеп, милли тел, милли кейем, милли аш. Ошо өс тамыр Аллаһы Тәғәлә ҡушҡан намаҙ шарты менән берегә. Күңеле менән гел намаҙҙа ул ағинәй...” “Нисә йәш һуң ағинәйгә? Иманым камил, ағинәйлек биш йәшлек ҡыҙ балала башлана. Ул матурлыҡҡа, тәртипкә, белемгә, ғәҙеллеккә ынтыла. Ҙурая килә, үҫмер ҡыҙ ҙа шулай: мөхәббәт, саф күңел, тоғролоҡ, булдыҡлы һәм уңған булыу – уның идеалы. Йәш кәләш, бала күтәргән йәш ҡатын да шулай уҡ донъяла бары тик мөхәббәт, матурлыҡ, уңғанлыҡ, тыныслыҡ, именлек, барлыҡ ҡына теләй. Ошо ағинәйлек сифаттарын ҡатын-ҡыҙ ғүмер буйы юғалтмай. Тимәк, һәр ҡатын-ҡыҙ тыумыштан – ағинәй. Уға ошо изге бурысын үтәргә генә кәрәк. Ҡатын-ҡыҙ шу­ның өсөн дә бөтә йәштә лә хөрмәт­кә, ышанысҡа, мәрхәмәткә мохтаж һәм лайыҡ булып ҡала. Һәр ҡатын-ҡыҙ ағинәй була ала һәм фәҡәт яҡшы сифаттарға эйә булырға ынтыла. Бары тик ҡатын-ҡыҙ был хаҡта ҡысҡырып йөрөмәй. Мин ағинәй, беҙ ағинәй, тип, бер Аллаһы Тәғәлә алдында үҙ бәндәлек бурысын атҡара ҡатын-ҡыҙ. Уның йөҙөн йыртып, “Һин шулай түгел, һин былай инең” тиеүселәр иң тәүҙә кеше йөрәгенә тыумыштан һалынған ағинәйлек сифаттары хаҡында уйланһын ине. Улар – сәскә атырға торған гөл кеүек саф һәм ҡәҙерле сифаттар, уларҙы кире ҡағыу, баҫырыу йә мыҫҡыллау бер генә бәндәне лә, йәмғиәтте лә яҡшыға алып бармай...” Шулай итеп... Был ике осра­шыуҙа бәйән ителгәндәр – Баш­ҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының мәҙәни, социаль һәм рухи үҫеш буйынса “Ағинәй” төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзалары (уларҙы ойошманың исеменә яраштырып ағинәйҙәр тип атайҙар ҙа инде) алдына ҡуйылған бурыстар, талаптар һәм маҡсат­тарҙың иң мөһимдәре. Улар ха­ҡын­да ағинәйҙәр йыйылған һәр йыйында, һәр сарала һөйләнелә, иҫкә алына, иҫкәртелә килә. Һәм тағы. Һәр йыйында урындағы етәкселәр килеп сығыш яһай, ошо энтузиаст, әүҙем, һәр сараның түрендә булған ҡатын-ҡыҙҙарға рәхмәт әйтә. Ишмырҙалағы осрашыуҙа ла ауыл биләмәһе башлығы Заһит Мәүлетдин улы Ҡашҡаров, телмәр тотоп: “Ағинәйҙәргә, әүҙем, аҡыллы тормош яҡлы, уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға таянып эшләйбеҙ, улар – төп ярҙамсылар. Ағинәйҙәр бөтә эште лә булдыра, йәше­рәктәре хатта демографик хәлде яҡшыртыуға үҙ өлөшөн индерә...” – тип сығыш яһағайны. Эйе, үҙ биләмәһендәге эш, тәртип өсөн көйгән урындағы етәкселәр, шулай уҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ошо ойошма ағзаларының ярҙамына таянып эшләй бөгөн. Ағинәйҙәр төбәктәге халыҡтың көҙгөһө икәнлеген раҫлауҙы дауам итә. - Сәрүәр СУРИНА