Баймаҡ районының Түбә ауылында йәшәгән Рәйлә апай Мәҡсүтова ейәнсәре Азалия менән бик сауаплы эш башҡарған – ауылдағы балалар баҡсаһындағы ҡурсаҡтарға милли кейем теккәндәр. – Киленем Розалия Түбә ауылының балалар баҡсаһында өлкән тәрбиәсе булып эшләй. Ул “Ҡәйнәм, ҡурсаҡтарҙың кейемдәрен яңыртып бирмәҫһегеҙме икән?” тип мөрәжәғәт иткәс, дәртләнеп эшкә тотондом. Был эшкә студент ейәнсәремде лә йәлеп иттем, ҡыҙ кешегә тегеү-бесеү эшен белеп үҫеүе һис тә зыян итмәҫ, етмәһә, бер ыңғайҙан, милли кейем өлгөләрен эшләү тәртибе менән танышты, – тип һөйләне Рәйлә апай. Ҡул эштәренә маһирлығы атаһы менән әсәһенән килә. “Әсәйем Өмөниса тегенсе булды. Ололарға ла, балаларға ла оҫта итеп күлдәктәр, мәктәп формаһы тегә торғайны”, – ти Рәйлә ханым. Ул үҙе балалар баҡсаһында, балалар йортонда эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан, ә ҡул эштәре – күңел һалып башҡарған шөғөлө. Кейем тегеү менән бер рәттән, ҡорама ҡорауға ла оҫта Рәйлә апай. “Ҡурсаҡтарға кейем тегеү – бик ваҡ, мәшәҡәтле эш. Бер ҡурсаҡты кейендере