Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Telegram каналындағы сәхифәһендә экспорттың артыуын телгә алды. “Сеймалға һәм энергетикаға ҡарамаған экспортты үҫтереү – ил алдында торған мөһим бурыс. Был Президент Владимир Путин 2020 йылда ҡул ҡуйған Рәсәйҙе 2030 йылға тиклем үҫтереүҙең милли маҡсаттары тураһындағы Указда билдәләнә. Был эштә төбәктәр ҙә әүҙем ҡатнашырға тейеш. Башҡортостанда өс йылда сеймалға һәм экспортҡа ҡарамаған экспорт күләме 30 проценттан ашыуға, дөйөм экспорттағы уның өлөшө 19,7 процентҡа артҡан. Әле республика экспортының 65,8 процентын сеймалға һәм энергетикаға ҡарамаған тауарҙар тәшкил итә. Быға нигеҙҙә экспортлаусыларға ярҙам итеү саралары һөҙөмтәһендә өлгәшелде. Башҡортостан – сеймалға ҡарамаған тауарҙарҙы экспортлаусыларҙың сығымын ҡаплай башлаған тәүге төбәк. 2019 йылдан беҙ логистик сығымдарҙы субсидиялайбыҙ, 2020 йылдан халыҡ-ара сертификат алыуға сығымдың бер өлөшөн ҡаплайбыҙ, “Экспорт кэшбегы”н бирәбеҙ. Былтыр республика бюджетынан экспортҡа бул