Найти тему
Башҡортостан гәзите

Беҙҙең заман геройы

Был геройым менән орашыуға бер ни тиклем тулҡынланыу менән барҙым. Юҡ, ул билдәле йондоҙ ҙа, сәйәсмән дә түгел, ә 21 йәшлек ябай ғына егет. Әммә үҙенең ошо ғына йәшендә күптәр ғүмере буйына ла күрә алмағанды кисереп өлгөргән. Махсус хәрби операция биләмәһендә алғы һыҙыҡта алышҡан, иптәштәрен ҡотҡарған, ҙур һәм бәләкәй геройлыҡтар ҡылған, миҙалдар менән бүләкләнгән, яраланған, һауыҡҡан һәм кире һуғышҡа киткән, аҙаҡ инде ҡулын юғалтып, тыуған еренә әйләнеп ҡайтҡан. Һүҙем Өфө егете Артур Ғәлиев тураһында булыр. Һул ҡулына өйрәнмәгән әле Хәрби кейем кейгән, күҙҙәренән ут сәселеп торған йәш кенә егет менән баш ҡалалағы кафеларҙың береһендә осраштыҡ. Ул был көндө Жуково ауылы мәктәбе уҡыусылары менән осрашыуҙан ҡайтып килә ине. – Мәктәп уҡыусылары менән осрашыуы оҡшай миңә. Элек кеше алдында әллә ни сығыш яһағаным юҡ ине, хәҙер оҫтарҙым, – тип көлә ул. – Балаларға ла бындай күре­шеүҙәр танһыҡ, уларҙың махсус хәрби операцияға ҡағылышлы һорауҙары бик күп. Ихлас ҡыҙыҡ­һыналар, күп һорауҙар бирәләр. Күҙҙәрендә осҡон күренеп ҡала. Артур көнө буйы эштәре менән йөрөп ашап та өлгөрмәгән икән, үҙенә төшкө аш алды. Былтыр майҙа уң ҡулын юғалтҡан егет әле һулаҡай менән эш итергә өйрәнеп бөтмәгән. Үҙе әйтеүенсә, әле хатта һул ҡулы менән яҙа ла белмәй. “Тик тормош барыһына ла өйрәтә, кәрәк булғас, ни эшләйһең инде. Ашамайынса булмай. Телефондан яҙышыуы ла ауырыраҡ әлегә. “Сумасшедший пират” тип аталған телеграм-канал алып барам мин. Унда яҙылыу­сыларыма махсус хәрби операция зонаһының һуңғы яңылыҡтарын еткерәм, егеттәр, үҙем тураһында һөйләйем, гуманитар ярҙам йыям”, – ти Артур. Был егетте республикала күптәр белә. Ошо көндәрҙә федераль каналда Андрей Малаховтың тапшырыуында төшкәндән һуң уның популярлығы тағы ла артҡан. Уның үҙе хаҡында һөйләүен үтендем. Ғәҙәти ҡала малайы Артурҙың 2022 йылдың 24 февраленә тиклемге тормошо башҡа тиңдәштәренекенән әллә ни айырылмай. Ул 2001 йылдың 20 сентябрендә Өфөлә тыуған. Бала сағында банкир булырға хыялланһа ла, әҙерәк үҫкәс, янғын һүндереүсе булырға ҡарар итә, уның кешеләрҙе ҡотҡарғыһы килә. Бының өсөн радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек кол­леджының “Янғын хәүефһеҙлеге” белгеслеге буйынса уҡырға инә. Диплом алғас, Рәсәй Ҡораллы Көстәренә хәрби бурысын бирергә юллана. Ул, армия өсөн кәрәкле һөнәрле белгес булараҡ, альтернатив хеҙмәт итеүгә ҡул ҡуя. Махсус хәрби операцияға иң баштан, 24 февралдән эләгә. Бер нисә тапҡыр еңелсә яралана, тик барыбер алышыуын дауам итә. Ә бына 23 майҙа Красный Лиманды штурмлаған саҡта саҡ һәләк булмай. Ул саҡта Артур иптәше менән яралы хеҙмәттәшен һөйрәп сығара, ә позицияларына кире барғас, уның янында ғына снаряд шартлай. Ҡот осҡос ауыртыуҙан егет йығылып китә. Шул саҡта ул ҡулының бер артерияла ғына һалынып торғанын күреп ҡала. Ныҡ итеп ауыртыуға сыҙай алмаһа ла, үҙе ҡулына жгут һала һәм ошоноң менән ғүмерен ҡотҡарып ҡала. Ә инде артерияһы бөтөнләй өҙөлһә, бер ниндәй ҙә жгут ярҙам итмәҫ ине, тип хәтерләй ул бөгөн. – Минең Артем һәм Асҡар исемле ҡустыларым бар. Яраланғас, ҡаным ағып бөтөр ҙә үлермен, тип уйланым. Күҙемде йомғайным, бәләкәй ҡустым Асҡар пәйҙә булды. Мин һәләк булһам, ҡустыларымды кем ҡарар тигән уй килде башҡа, атай менән әсәй мәңгелек түгел бит... Бар көсөмдө йыйып, эвакуация пунктына тиклем барҙым. Хәүефһеҙ урынға алып сыҡтылар. Урындағы госпиталдә ҡулымды ҡырҡтылар һәм Мәскәүгә госпиталгә ебәрҙеләр, – ти Артур. Герой егеткә оҙаҡ ҡына гос­питалдә ятырға тура килә. Һауыҡҡас иһә уны тыуған яғына ҡайтаралар. Әйткәндәй, Артур әле һаман хәрби хеҙмәткәр булып иҫәпләнә, тимәк, эш хаҡы ала һәм шул аҡсаһына егеттәргә ярҙам итә, бында гуманитар йөк йыйыу менән шөғөлләнә. – Һауыҡҡас, фронтҡа кире барам тип ынтылдым. Унда бит беҙҙең егеттәр, нисек тыныс ҡына өйҙә ятмаҡ кәрәк? Хатта махсус хәрби операция барған зонаға барып еттем, тик блокпостар аша үткәрмә­неләр. Бындай яра менән алмайбыҙ, тинеләр. Тырышһаң, бер ҡул менән дә һуғышырға булыр ине, тип уйлайым. Тик кире индермәгәс, бынан булһа ла ярҙам итергә ҡарар иттем. Ундағы егеттәргә нимә кәрәк икәнлеген беләм, улар минең менән тура бәйләнешкә сыға. Гуманитар йөк йыйышам, үҙемдең аҡсамды ла ҡушам, улар өсөн бер нимә лә йәл түгел, – ти егет. Үҙенең батырлыҡтары тура­һында Артур ентекләп һөйләмәй. Уларҙы әллә нимә тип тә иҫәпләмәй ул: иптәштәрен ҡотҡарған, яралы­ларға медицина ярҙамы күрһәткән, дошмандарҙы юҡ иткән, мөһим документтар алып ҡайтҡан. Әле ул Ҡаһарманлыҡ ордены, Суворов һәм “Хәрби отличие өсөн” миҙалдары менән наград­ланған. “Атай-әсәйем, дуҫтарым минең менән ғорурлана, был хәрбиҙәр өсөн абруйлы наградалар. Тик улар өсөн минең иҫән килеш әйләнеп ҡайтыуым мөһи­мерәк”, – ти ул. Яҡташлыҡ, иптәшлек хисе көслө Артурҙың Андрей Малаховтың автор программаһында ҡатнашыуын бар Рәсәй халҡы ҡараны. Тапшырыу бик ҡыҙыҡлы килеп сыҡҡан. Унда шулай уҡ Өфө егете Евгений Волк үҙен махсус хәрби операция барышында ике тапҡыр үлемдән ҡотҡарған йәш егетте эҙләй ине. Баҡһаң, унда яҡташтар бер-береһенең ҡайһы ҡаланан икәнен дә, фамилияларын да белмәгән. Тик исемдәр һәм позывнойҙар. Шулай булһа ла, 40 йәшлек Волкты Артур ике тапҡыр ҡотҡара. Тәүге­һендә хәрби саҡ мина-лепестокка баҫмай. – Галя (Артурҙың позывнойы) быны күреп ҡалды ла мине ваҡытында ситкә этеп өлгөрҙө. Икенсе тапҡыр иһә, снаряд шартлағандан һуң, бина эсендә емереклектәр араһында ҡалдым. Контузия алдым һәм иҫемде юғалта башланым. Ул үҙенең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, мине һөйрәп сығарҙы һәм хәүефһеҙ урынға алып барҙы. Саңдан һәм ҡоромдан ҡап-ҡара булып бысранған Галя медиктарға ҡысҡыра-ҡысҡыра мине һөйрәгәне әле һаман күҙ алдында. Ул булмаһа, моғайын, мин әле тере булмаҫ инем, – тип һөйләне тапшырыуҙа Евгений Волк. Ирҙе госпиталдә дауалайҙар. Әле шәбәйгәс, ул яңынан махсус хәрби операция зонаһына барырға ҡарар итә. Тик юлға сығыр алдынан үҙен ҡотҡарыусы яҡташы менән осрашырға теләй, тик фамилияһын белмәгәс, таба алмай. Уларға Малаховтың тапшырыуы ярҙам итә лә инде. Тапшырыу барышында Артур ҙа үҙе тураһында һөйләне. – Евгенийҙы беҙгә был хәлгә тиклем ике-өс аҙна алдан ғына ебәргәйнеләр. Фронтта мин видеоблог алып барҙым, махсус хәрби операцияға бәйле һәр нәмәне төшөрә инем. Барыһына ла күрһәтеү өсөн түгел, ә иҫтәлеккә. Мин үҙемә алышта иҫән ҡалыр өсөн ҡағиҙәләр булдырҙым. Мәҫәлән, һауала сыйылдау йәки дөбөрләү ишетелә икән, шунда уҡ ергә ятырға, битте, башты ҡапларға кәрәк. Шартлау үттеме, тораһың да, йәшенер урын эҙләйһең. Икенсе ҡағиҙә – бер ҡасан да иптәшеңде яу яланында ҡалдырып китмәҫкә, юғиһә, уны үлемгә дусар итеүең ихтимал. Бер нәмәгә ҡарамай, иптәштәрҙе ҡотҡарыр кәрәк. Шуға күрә Волкты ҡотҡарыуҙы батырлыҡ тип иҫәпләмәйем, минең урында һәр кем шулай итер ине, – ти Артур. Тапшырыуҙа фронтҡа ебәрелгән балалар һүрәттәре һәм битараф булмаған кешеләрҙең хаттары тураһында ла һүҙ булды. Егеттәр әйтеүенсә, бындай хаттар ысынлап та ауыр саҡта ярҙам итә, күңелгә йылылыҡ өҫтәй. “Балаларҙың һүрәттәре, кешеләрҙең хаттары беҙҙе тыуған илдә иҫләүҙәре, онотмауҙары тураһында хәтергә төшөрә. Икенсе яҡтан, был йәһәттән Башҡортостан, ғөмүмән, бик яҡшы төбәк. Унда барған гуманитар ылауҙар һаны буйынса беҙҙекеләргә бер төбәк тә тиңләшә алмай. Тәүге көндәрҙән үк ярҙам тойола ине, ә өлөшләтә мобилизациянан һуң ул бермә-бер артты. Шуға күрә лә мин хәҙер үҙем ярҙам итеү менән шөғөлләнәм”, – тине Артур. Әлеге ваҡытта Артур Ғәлиев Рәсәйҙең Оборона министрлығынан ҡулына протез көтә. Яҡын арала уны уға ҡуйырға тейештәр. Егет тиҙ арала протезға өйрәнергә һәм тормошон еңеләйтергә теләй. Артур шәхси тормошо тураһында ла һөйләп өлгөрҙө. Уның янында һәр эшендә ярҙам итеп торған һөйгән ҡыҙы бар икән. Улар һәр эште бергә башҡара, ҡыҙ уға төрлө яҡлап ярҙам итергә тырыша. Шулай уҡ дуҫтары, яҡындары ла һәр саҡ уның менән. Юҡ, Артур менән аралашҡас, уны “йәш кенә көйө ҡулһыҙ ҡалған” тигән йәлләү хисе бөтөнләй тыуманы. Шаяртып, көлөп ултырған егет үҙе лә инвалидмын тип бошмай. Ул, һәр йәш кеше кеүек үк, киләсәккә йөҙ төрлө пландар ҡора. Уға бит ғаилә ҡорорға ла, лайыҡлы эш табырға ла кәрәк. Ә әлегә маҡсаты бер – егеттәребеҙгә еңеүҙе яҡы­найтыу өсөн бар көсөн һалыу! ... Кафела ултырған йәштәрҙең бер ҡулһыҙ, миҙалдар таҡҡан хәрби кейемдәге егеткә ниндәй ҡыҙыҡ­һыныу һәм ихтирам менән ҡара­ғанын күрһәгеҙ икән?! Яндағы ҡыҙҙарҙың хатта “ул Малахов тапшырыуында ҡатнашҡан герой бит ул” тип шыбырлашҡаны ла ишетелеп ҡалды. Бына ҡайҙа ул заманы­быҙҙың ысын геройҙары! - Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА