Ҡырмыҫҡалы районының Ҡарлыманбаш ауылында тыуып үҫкән Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Фәрит Иҫәнғоловтың тыуыуына 95 йыл. Ошо уңайҙан Иҫке Бәпес ауылында сара уҙған. Хәтер кисәһендә Өфөнән мәртәбәле ҡунаҡтар – райондың маҡтаулы гражданы һәм журналистика ветераны Фәнил Ҡоҙаҡаев, шағир һәм журналист Ниязбай Сәлимов, Башҡортостан Республикаһының милли архивы хеҙмәткәре, Фәрит Иҫәнғоловтың улы Таһир Иҫәнғолов ҡатнашты.Мәҙәниәт йортоноң “Бөрлөгән” ансамбле ҡунаҡтарҙы йыр-моң менән ҡаршы алды. Фәрит Иҫәнғоловтың һәйкәленә сәскәләр һалынғас, “Нур” мәсете имам-хатибы Рәфил хәҙрәт яҙыусы рухына бағышлап аят уҡыны. Ҡунаҡтар әҙиптең тормош һәм ижад юлына, халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәренә арналған күргәҙәмәләр менән танышты. Артабан хәтер кисәһе ауыл китапханаһында дауам итте. Иҫтәлекле сара яҡташ яҙыусыбыҙ хаҡындағы яҡты иҫтәлектәргә һәм хәтирәләргә бай булды. Һәр сығыш яһаусы Фәрит ағайҙың үҙенсәлекле талант эйәһе булыуын тағы бер тапҡыр иҫбат итте. - Атайымдың яратҡан шөғөлдәре бихисап