Әбйәлил районының Йәнекәй ауылында йәшәгән бер туған Рәфис, Рафиҡ, Фәйез Ҡунаҡҡоловтарҙың хәл-әхүәле тураһында йыш таныштырып торабыҙ. Белеүебеҙсә, нәҫел сире сәбәпле инвалид булып, ауыр ғына шарттарҙа йәшәгән егеттәрҙең көнитмешенә, проблемаларына тәүгеләрҙән булып Рәхмәт ауылында йәшәгән Идиә Ғәлимова иғтибар итә һәм журналистар Рәхимә Мусина, Рәмзиә Кәримова һәм башҡалар киң йәмәғәтселеккә еткерә. Йәнә Ҡунаҡҡоловтар хаҡында шатлыҡлы хәбәр бар. Уны Идиә Ғәлимова үҙенең "Бәйләнештә"ге социаль селтәрендәге сәхифәһенә яҙған. "Ура! Зәңгәр яғыулык тоташтырылды.Бөгөнгө көндә, физик мөмкинселектәре сикләнгән, ағалы-ҡустылы, өс бер туған Ҡунаҡҡоловтар ғаиләһе ҙур шатлык кисерә. Күптәнге бойомға ашмаҫтай хыялдары тормошка ашып, йорттарына зәңгәр яғыулык инде. Уларҙың бергәләшеп яулаған шатлыҡ-ҡыуаныстарын, һеҙҙең менән дә уртаҡлашабыҙ.Ике йыл элек, документ эштәрен башлап ебәргәндә, эште аҙағына тиклем алып барып сығарыу, егеттәрҙең хыялын тормошҡа ашырыу, бик ауырға тура киләсәк тигән уйҙар