9 мартта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм “КамАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Сергей Когогин “Оҫта” сәнәғәт паркының төҙөлөш майҙансығын ҡараны. Туймазы автобетоновоздар заводы якорь резиденты буласаҡ. Ул “КамАЗ” йәмғиәтенә ҡарай һәм ул – илдәге берҙән-бер автобетон бутау техникаһын етештереүсе. Генераль директоры Фәрид Закиров проекттың бер нисә этапта тормошҡа ашырылыуы тураһында һөйләне. - Паркты Башҡортостан менән “КамАЗ” йәмғиәте финанслауы ярҙамында ойошторабыҙ, - тине ул. – Майҙансыҡта машиналар төҙөү етештереүе, шулай уҡ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиелары буласаҡ. Улар өсөн барлыҡ шарттар, шул иҫәптән төрлө проекттар буйынса киләһе кооперация өсөн мөмкинлектәр барлыҡҡа киләсәк. Төбәк етәксеһе шулай уҡ Туймазы автобетоновоздар заводының ғәмәлдәге етештереүе менән танышты. 2021 йылдан прицептарҙы етештереүҙе ойоштороу буйынса ҙур проект – йылына ике меңгә тиклем тормошҡа ашырыла. Башҡортостан Башлығы “Оҫта” сәнәғәт паркы үҫеше перспективаларын юғар