Өфөлә “Йоматау” шифаханаһының баш табибы һәм бағыусылыҡ менән шөғөлләнеүсе Айҙар Әлибаев вафат. Мәрхүмдең туғандары хәбәр итеүенсә, запастағы полковник, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы 9 мартта 61 йәшендә донъя ҡуйған. Айҙар Әлибаев менән бәхилләшеү бөгөн Өфөлә Аврора урамындағы 7-се йорттоң 13-сө фатирында була. Уны 10 мартта Салауат районының Тирмән ауылында ерләйҙәр. Төрлө йылдарҙа Айҙар Әлибаев Өфө юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһының санчастарында, Рәсәй Федераль һалым полицияһы хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында, Рәсәй Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәтенең республика идаралығында хеҙмәт иткән. Һуңғы йылдарҙа ул “Йоматау” шифаханаһында баш табип булып эшләгән һәм тыуған ауылы Тирмәнде төҙөкләндереү менән шөғөлләнгән. “Ярҙам – изге эштәр ваҡыты” проектында ҡатнашып, ағалы-ҡустылы Айҙар һәм Әнүәр Әлибаевтар ауылдың Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һалдаттарға хәтер монументы янында арт-объект – БТР-7 ҡуйған. Шулай уҡ улар зыяратты кәртәләп а