Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн яңы ирекле батальондар булдырыу республикала битараф булмаған, көслө ир-егеттәрҙең тыуған илде яҡларға һәр саҡ әҙер булыуы хаҡында һөйләй. Был турала Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге батальон хәрбиҙәре үҙҙәре лә аралашҡан саҡта әйтеп тора. Доставалов батальонында хеҙмәт иткән бер төркөм яугирҙәрҙең ялдары тамамланып, бөгөн, 9 мартта, махсус хәрби операция биләмәһенә юлландылар. “Терех” саҡырыу аҫтында йөрөгән яугир билдәләүенсә, башҡорт һалдаттары үҙҙәренә йөкмәтелгән хәрби бурыстарҙы лайыҡлы үтәй. Шуға ҡарамаҫтан, ул, “фронт һыҙығындағы өҫтәмә көс артыҡ булмаясаҡ”, ти. – Башҡортостанда үҙ ирке менән сафҡа баҫҡан һәм Ватанды яҡларға әҙер ир-егеттәр барлығын күреү бик ҡыуаныслы. Яҡташтары хәҡиҡәт өсөн көрәшкәндә ысын егет ситтә ҡалырға тейеш түгел. Минең ике балам бар, беҙ уларҙың тыныс киләсәген, шулай уҡ өлкән йәштәге граждандарыбыҙҙың тыныслығын һаҡлайбыҙ. Беҙҙең батальонда уртаса йәш - 40 самаһы, йәғни беҙ барыбыҙ ҙа ө