Башҡортостанда Рәсәй Эске эштәр министрлығының төбәк органдары һәм мәғариф ойошмалары араһында чемпионат тамамланды. 300 тирәһе спортсы рингта Рәсәй Эске эштәр министрлығының иң яҡшы боксеры исеме өсөн көс һынашты. Турнирҙы тантаналы ябыу сараһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры – республика Бокс федерацияһының попечителлек советы рәйесе Андрей Назаров ҡатнашты. Премьер-министр бокстың республикала популяр спорт төрө икәнлеге хаҡында әйтте. Уның Башҡортостандағы тарихы йөҙ йыл элек башланған. Бөгөн – ул республикалағы төп спорт төрҙәренең береһе, уның менән һигеҙ меңдән ашыу кеше шөғөлләнә. - Башҡортостанда төрлө спорт төрҙәре әүҙем үҫешә. Спорт ҡоролмаларын төҙөү, уларҙы заманса ҡорамалдар менән тәьмин итеү буйынса күп эшләйбеҙ. Былтыр ғына республикала 252 спорт объекты сафҡа инде. Ә уларҙың дөйөм һаны - 13 меңдән ашыу. Был күрһәткес буйынса Рәсәйҙә икенсе урындабыҙ, Мәскәүҙән генә ҡалышабыҙ. Киләсәктә лә лидер булып ҡалыу өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, - тине Андрей Назаров.