Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бөгөн «Йөрәк йылыһы» акцияһы сиктәрендә көньяҡ төбәк госпиталдәренә гуманитар йөк алып барыусы делегация ағзалары Ростов өлкәһенең йәш эҙәрмәндәре менән осрашҡан. Осрашыу Ростов өлкәһенең Обливский районында үткән. Делегация етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов, дөйөм тарихи хәтер - илебеҙҙең берҙәмлеге һәм уның киләсәге нигеҙе ул, тип һыҙыҡ өҫтөнә алған. - Минең күңелемә Дон далалары һәм Ростов өлкәһе бик яҡын. Бында, 1942 йылдың декабрендә, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында легендар комдив етәкселегендә олатайым Рәшит Йосопов та алышҡан. Ошо ерҙең һәр мөйөшө беҙҙең уртаҡ үткәнебеҙ, олатайҙарыбыҙҙың илебеҙ азатлығын иңгә-иң терәп яҡлауҙары хаҡында иҫкә төшөрә һәм уларҙың хәтерен һаҡлау - беҙҙең киләсәгебеҙ нигеҙе, тип ышанам, – тип билдәләй Юлдаш Мөхәмәт улы. 1942 йылдың декабрендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы Солонецкий утарын азат итә, ә 1942 йылдың 31 декабрендә Деев ут