Бөгөн баш ҡаланың Киров районында Дарья Сорокина эшенә нөктә ҡуйылды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ул былтыр йәй Өфөлә Софья Перовская менән Аврора урамдары киҫелешкән урында ҡурҡыныс авария яһаны. “Ниссан” автомобиленә идара иткән йәш әсә юлды светофорҙың йәшел төҫөнә үтеп барған кешеләрҙе тапатты. Һөҙөмтәлә 39 йәшлек ҡатын менән уның дүрт йәшлек улы урында йән бирҙе. Был йәмғиәттә ҙур тауыш тыуҙырған авария буйынса октябрь айында суд ҡарар сығарҙы: 28 йәшлек ҡатынға ҡарата енәйәт эше туҡтатылды, сөнки яҡтар үҙ-ара килешкән ине. Дарья Сорокинаның ҡатынын һәм балаһын юғалтҡан иргә 2,4 миллион һум аҡса түләгәне асыҡланды. Ул саҡта ғәйепләнеүсене һаҡ аҫтынан сығарҙылар. Әммә дәүләт ғәйепләүсеһе аппеляция тәртибендә был ҡарарға ялыу бирә. Республиканың Юғары суды бының менән килешә һәм эште яңынан ҡарауға ебәрә. Һәм бына бөгөн Киров районы судында был эш буйынса һуңғы ултырыш булды. – Мин бер ҡасан да кеше үлтергем килмәне. Бындай юғалтыу өсөн һәләк булған ҡатындың иренән ғәфү үтенәм. Миңә әле һаман ул хәл тураһында уйлауы ҡыйын, моғайын, бер ҡасан да был ауырлыҡтан арына алмаҫмын. Ғәфү итегеҙ, – тип илаған ул судта. Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таныны. Киров районы суды ҡарары шундай: ул өс йылға иркенән мәхрүм ителә, срокты колония-поселениела үтәсәк. Шулай уҡ ике йылға транспорт саралары менән идара итеү менән бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү тыйыла. Иркенән мәхрүм итеү ҡарары уның балаһына 14 йәш тулғансы кисектерелде. Хөкөм ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәгән. Әйткәндәй, балаһы менән ҡатынын юғалтҡан ир, ысынлап та, Дарьяны ғәфү иткән һәм уға ҡарата дәғүәләре булмауын әйткәйне. Фото: "Честно говоря".