Асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙә тәбиғәтебеҙҙең таҙалығы өсөн көрәшкәндәр, һәм, әлбиттә, спикерҙар ҡатнашты, һәр береһе тос фекерҙәрен ишеттерҙе. Һөйләшеү барышында Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларынан һәм һауа күрһәткестәрен үлсәү лабораторияларынан тура бәйләнешкә сыҡтылар. Асыҡ һөйләшеүҙе Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская алып барҙы. Башҡортостан тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов әйтеүенсә, бындай проблема уларҙы күптән борсой. Даими рәүештә был тәңгәлдә мониторинг үткәрелә, халыҡтан килгән мөрәжәғәттәрҙе тейешле органдарға ваҡытында ебәрәләр. Быйыл февраль урталарында Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Виктория Абрамченко экология мәсьәләһенә арналған ултырыш үткәргән. – Әлеге проблема тотош илебеҙ кимәлендә лә бар, ғөмүмән,тирә-яҡҡа һаҡсыл ҡараш булдырыу "Экология", "Таҙа һауа" милли проекттары нигеҙендә тормошҡа ашырыла, – тине Нияз Фазылов. Росприроднадзорҙың Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы етәксеһе Роман Б