“Башинформ” мәғлүмәт агентлығында яҙғы ташҡынға һәм янғын сығыу йәһәтенән хәүефле миҙгелгә әҙерлеккә арналған матбуғат конференцияһы үтте. Был турала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латипов һөйләне. Үҙенең сығышында ул быйыл ташҡын мәлендә күҙалланған зыянды кәметеү маҡсатында былтыр йәйге-көҙгө осорҙа илле миллиондан ашыу һумға иҫкәртеү саралары башҡарылыуын билдәләне, бында ярҙы нығытыу, йылға үҙәндәрен таҙартыу, гидротехник ҡоролмаларҙы капиталь ремонтлау һ.б. инә. Боҙ тығындары фаразланған участкаларҙа шартлатыу эштәре алып барыуға килешеүҙәр төҙөү ҙә яҙғы ташҡынды хәүефһеҙ уҙғарыуға йүнәлтелгән. Күп йыллыҡ күҙәтеүҙәргә ҡарағанда, биләмәлә ташҡын йәһәтенән 200-ҙән ашыу хәүефле йылға иҫәпләнә. Ағиҙел, Өфө, Дим һәм тигеҙ урындарҙағы бәләкәй йылғалар йыш ҡына ярҙарынан сыға. Тупраҡтың туңыу тәрәнлеге, ҡар ҡатламының уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәренән тайпылышы ла ташҡын торошона йоғонто яһай. Был күрһәткестәрҙең барыһы ла ан