Сочи ҡалаһында йәшәгән милләттәшебеҙ Илүзә Тоҡомбәтова шәхси сәхифәһендә түбәндәге яңылыҡ менән бүлешкән. “Февраль айы Сочи башҡорттары өсөн үтә көсөргәнешле булды: махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ өсөн гуманитар ылау йыйыу менән мәшғүл булдыҡ. Милләттәштәребеҙ һәр береһе хәленән килгәнсә ярҙамға килде. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә төрлө бүләктәр, кейем-һалым, оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек һатып алдыҡ. Мәктәп уҡыусылары сәләм хаттары яҙҙы. Әүҙемсебеҙ Рәхилә Марат ҡыҙы Тайыпова ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ менән 100 пластик һауытҡа бауырһаҡ, Кинйәбикә Мәжит ҡыҙы Мөхәмәтйәнова – талҡан, беҙ ирем Руслан менән 280 окоп шәме әҙерләнек. 4 мартта ике машина менән яҡташтарыбыҙ янына юл тоттоҡ. Беҙҙе Ҡырым башҡорттары диаспораһы вәкилдәре Алина һәм Гүзәл Симферополь ҡалаһында ҡаршы алып, изге сәфәребеҙҙә оҙатып йөрөнө. Башҡорт тирмәһе формаһындағы данлыҡлы блокпоста Башҡортостаныбыҙҙың флагын күреү беҙҙең өсөн бик ҡыуаныслы булды. Арыу-талыуҙы бер нисә минутҡа онотоп торҙоҡ. Республика егеттәре ө
“Яндарында бер сәғәт кенә булһаҡ та, үкенерлек түгел!”
9 марта 20239 мар 2023
1 мин