Найти тему
Башҡортостан гәзите

Көн үҙәгендә – тоҡомло башҡорт аттарын һаҡлау

Ошо көндәрҙә Сибайҙа “Башҡорт аты” республика фестиваленә әҙерлек этабы барышында “Тоҡомло башҡорт аттарын һаҡлау һәм үҫтереү” тигән темаға кәңәшмә булды. Унда Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов, Троицк йылҡысылыҡты үҫтереү үҙәге директоры Сайран Гогорян, “Толпар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен ойоштороусылар Даян Иштимеров һәм Сергей Фау ингән Силәбе делегацияһы ҡатнашты. “Түңәрәк өҫтәл” барышында ғилми берләшмә, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте, республика Ауыл хужалығы министрлығы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, “Ирәндек” хәйриә фонды вәкилдәре һәм башҡалар сығыш яһаны. “Бөгөн Силәбе өлкәһе өсөн йылҡысылыҡ темаһы көнүҙәк. Көньяҡ Уралдың этномәҙәни үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, ошо йүнәлештә эште дауам итәбеҙ һәм апрелдә Силәбелә “Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә тоҡомло башҡорт аттарын һаҡлау һәм үҫтереү” темаһына “түңәрәк өҫтәл” үткәрәбеҙ. Унда Урал федераль округы төбәктәре, Башҡортостан Республикаһы, Пермь крайы вәкилдәрен ҡатнашырға саҡырабыҙ. Берлектәге саралар ауыл хужалығын ғына түгел, фәнде, тарихты, мәҙәниәтте һәм спортты үҫтереүгә лә булышлыҡ итер тип ышанам”, – тине Әлфир Байымов. Фото: Ауыл хужалығы министрлығы.