Бөгөн, 8 мартта, “Тамыр” балалар студияһына нигеҙ һалыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Луиза Азамат ҡыҙы Фархшатова юбилейын билдәләй. Луиза Фархшатова – Башҡортостандың арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарының береһе. Ул республикала ғына түгел, Рәсәйҙә лә талантлы тележурналист, бихисап телерадиотапшырыуҙар, документаль фильмдар авторы булараҡ билдәле. Луиза Азамат ҡыҙы ойошторған “Тамыр” балалар телерадиостудияһы бөгөн дә гөрләп эшләй, талантлы ҡыҙҙар һәм малайҙарға рухи-мәҙәни тәрбиә нигеҙҙәрен төшөндөрә, һәләттәрен үҫтерә. Луиза Фархшатованың фиҙакәр хеҙмәте Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, З. Биишева исемендәге премия лауреаты һәм башҡа юғары наградалар менән билдәләнгән. Тура һүҙле, ҡыйыу йөрәкле, тормошто бар төрлөлөгөндә ярата белгән һәләтле, сағыу шәхес дәрт-дарманы, ижади ҡомары, әүҙемлеге, көслө рухлы булыуы менән һоҡландыра, күптәргә өлгө булып тора. Әйткәндәй, әсәһенең эшен ҡыҙы уңышлы дауам итә: Флүзә Фархшатова – халыҡ-ара фестивалдәрҙә танылыу яулаған, үҙәк каналдарҙың тамашасылары яратып ҡараған фильмдар һәм сериалдар төшөргән талантлы режиссер. Юбилейығыҙ ҡотло булһын, Луиза Азамат ҡыҙы! Именлек, һаулыҡ һеҙгә! Фотолар: “Тамыр” студияһының төркөмөнән һәм “Башинформ” агентлығынан.