Ҡатын-ҡыҙ лидерҙар, гүзәл зат вәкилдәре – етәкселәр, эшҡыуарлыҡ, фән, ижтимағи ойошмалар вәкилдәре, спортсылар, дәүләт эшмәкәрҙәре һәм башҡалар 8 мартта Рәсәйҙең “Белем” ойошмаһының “Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө” марафонында ҡатнаша. Сарала синхрон йөҙөү буйынса Олимпия уйындары чемпиондары Алла Шишкинга, Влада Чигирева, “InfoWatch” компанияһы президенты, “Ватан софты” ойошмаһы башлығы Наталья Касперская һәм башҡалар була. Марафонды 8 мартта 10 – 17 сәғәттәрҙә Рәсәйҙең “Белем” йәмғиәте сайтында (clck.ru/33hjJT), Рәсәй “Белем” йәмғиәтенең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә (clck.ru/UswLA) ҡарараға мөмкин. Фото: "Башинформ".