Олатай-өләсәйҙәр һәр саҡ яҡшыға ғына өйрәтә. Был хаҡта коллегабыҙ Рәйлә Күсемханованың сәхифәһендәге яҙманы тәҡдим итәбеҙ. "- Икмәкте, ризыҡты йөҙө менән һал.- Кәстрүл, табаҡтарҙы түңкәреп ҡуй.- Өҫтәлең, сепрәк-таҫтамалдарың һәр саҡ таҙа булһын.- Урыныңды тороу менән йыйыштыр.- Керҙе оҙаҡ киптермә.- Өйгә тупһаны ашатлап ин.- Ишекте ҡаты япма.- Һөттө япмай ултыртма.- Икмәкте ике бармағың менән генә тотоп ашама.- Валсығын иҙәнгә төшөрмә.- Эңерҙә һыуға барма.- Буш күнәктәр менән кеше алдынан үтмә.- Сәйҙе шаптырлатып яһама.- Самауырҙы ҡаҡмай тотма.- Иртән уянып, йыуынмайынса аш-һыу янына барма.- Һыуҙы сүместе тиҫкәре тотоп һоҫоп алма.- Ир кешенең юлын ҡыйма.- Кешегә әйберҙе уң ҡулың менән бир һәм башҡалар. Барыһы ла - зәзәйем тәрбиәһе, уның нотоҡ-нәсихәттәре. Быларҙы белгәс, ысынлап та, ул мине күп нәмәгә өйрәткән икән, тимен. Тома һуҡыр булһа ла, ныҡ эшлекле, белдекле булды ул. Уны белгән кешеләр асыҡ хәтерләйҙер, моғайын. Күпереп бешкән икмәктәренә күҙе күргән кешенең күҙе ҡыҙырлыҡ ине.