Һәр дәүерҙең, һәр төбәктең үҙенә күрә абруйлы, һоҡланғыс яҙмышлы шәхестәре була. Яҡшы кеше ил биҙәр, тиҙәр, ә үҙҙәренең емешле изге эштәре менән илде үҫтергән уңғандар халҡыбыҙҙа бихисап. Уҡытыусы иһә һәр заманда ла изге һөнәр һаналды. Был ауыр ҙа, яуаплы ла, мауыҡтырғыс та, ҡыҙыҡлы ла эште тик оло йөрәкле, балаларҙы һөйгән, уларҙың һәләтен күреп үҫтерә белгән педагогтар ғына атҡара ала. Дүрт тиҫтәгә яҡын ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә арнаған мәғариф ветераны, Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Зөлхизә Ғиззәтуллина – республикабыҙҙың мәғариф өлкәһен үҫтереүгә күп көс һалған шәхестәрҙең береһе. Бай тәжрибәле, тәрән белемле педагог күптәрҙең остазы булыуы менән бәхетле. Зөлхизә Шәйәхмәт ҡыҙы 1948 йылдың 18 ғинуарында Баймаҡ районының Төрөкмән ауылында ғаиләлә тәүге бала булып донъяға килә. Атаһы Шәйәхмәт Шәймөхәмәт улы Талипов, Бөйөк Ватан һуғышында яраланып, икенсе төркөм инвалиды булып ҡайта. Бер-бер артлы тыуған өс ҡыҙы Зөлхизә, Мәҡсүҙә һәм Венераны, үҙенә ярҙамсы булһын тип, ир-егеттәр эшенә лә өйрәтә. Ҡыҙҙар бала саҡтан ат егеп, утын ярып, мал ҡарап, бесән сабып үҫә. Эшһөйәр әсәләре Фәриҙә Уйылдан ҡыҙы ла балаларына өлгө булып тора. 85 йәшенә тиклем һыйыр һауып, ағын эш итеп, балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен тәмле аштар менән һыйлап, емертеп баҡса үҫтереп, гөрләтеп йәшәй ул. Талиповтар ҡыҙҙарын уҡытып кеше итеүгә күп көс һала. Балалары ла тырыш була, ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй. Өсөһө лә уҡытыусы һөнәренә эйә булып, бар ғүмерҙәрен балаларға белем биреүгә арнай. Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән Мәҡсүҙә Шәйәхмәт ҡыҙы “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы”, “Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була. Кеселәре Венера Шәйәхмәт ҡыҙы – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Ул Өфөлә йәшәй. Әхирәттәре араһында шуҡлығы, саялығы менән айырылып торған Зөлхизә 1955–1959 йылдарҙа тыуған ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағас, Әхмәр һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә уҡырға бара. Яҙмыш ҡушыуы булғандыр, 1963 йылда мәктәпте тамамлаған ҡыҙ тап шул мәлдә асылған Сибай педагогия училищеһына уҡырға инә. Ҡыҙҙың күптәнге хыялы тормошҡа аша: ул уҡытыусы буласаҡ. 1967 йылда уҡыу йортон тамамлаған йәш белгес хеҙмәт юлын ҡаланың 5-се мәктәбендә пионервожатый булып башлай. Көләкәс, йөҙөнән йылмайыу китмәгән, шул уҡ ваҡытта балаларға иғтибарлы, эшенә мөкиббән бирелгән педагогты коллегалары ла, уҡыусылар ҙа шунда уҡ үҙ итә. Ике йылдан өмөтлө йәш уҡытыусыға башланғыс кластарҙы уҡытыуҙы ышанып тапшыралар. Был эшкә ул 26 йыл ғүмерен бағышлай. Шул йылдарҙа БДПИ-ла ситтән тороп белем ала. 1989 йылдан директорҙың башланғыс кластар буйынса урынбаҫары вазифаһын биләй. Уңышлы эштең емештәре лә оҙаҡ көттөрмәй. 1991–1993 йылдарҙа “Йыл уҡытыусыһы” ҡала һәм республика бәйгеләрендә ҡатнашып, призлы урындар яулай. Һәр башланғысты күтәреп алып, башҡаларҙы әйҙәп, алдынғы рәттәрҙә йөрөргә күнеккән мөғәллимә Зөлхизә Шәйәхмәт ҡыҙы ҡалала беренсе башҡорт мәктәбен асышыуҙа ла ҡатнаша. – Ул ваҡытта Сибайҙа башҡорт мәктәбе асыу ниәте менән янып йөрөгән М.Ш. Рәжәпов мәрхүм мине директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары итеп эшкә саҡырҙы. Әле төҙөлөш эше бөтмәгән, ә беҙ фатирҙан-фатирға йөрөп, 1-се класҡа балалар йыйыуҙы ойоштороп ебәрҙек. Өс класс тупланыҡ, шулай уҡ 12-се мәктәптән II – IV кластарҙы һорап алдыҡ һәм яңы уҡыу йылын башланыҡ. Ихлас эшләнек, бөтәһе һигеҙ генә уҡытыусы булды. Төшкә тиклем дәрестәр бирһәк, көндөң икенсе яртыһында бейеү, йыр түңәрәктәрен алып барҙыҡ. Уйлап ҡарағыҙ, һәр кластың үҙ фольклор ансамбле була торғайны. Күрше-тирә ауылдарға йөрөп, концерттар ҡуйыуыбыҙ әле лә хәтерҙә. Концерттарҙан килгән аҡсаға уҡыусыларға һәм үҙебеҙгә милли кейемдәр тектерҙек. Шулай итеп, белемле һәм рухлы балалар тәрбиәләнек, – тип хәтер йомғағын һүтә ветеран-уҡытыусы. Заман талаптарына ярашлы, Зөлхизә Шәйәхмәт ҡыҙына үҙ ғүмерендә тотош Урал аръяғы педагогтары өсөн бик күп асыҡ дәрестәр күрһәтергә һәм методик кәңәшмәләр үткәрергә тура килә. Ул тәүгеләрҙән булып Эльконин-Давыдов, Лысенковаларҙың эш алымдарына таяна, уларҙы башҡорт теленә тәржемә итә. Үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған ханымды 1997 йылда үҙе ҡасандыр белем алған Сибай педагогия колледжына директорҙың педагогия практикаһы буйынса урынбаҫары, педагогика, психология уҡытыусыһы итеп эшкә саҡыралар. Бында ла ул башкөллө белгән эшенә сума, буласаҡ уҡытыусыларға һабаҡ бирә. Оло йөрәкле мөғәллимә үҙенең уҡыусылары менән сикһеҙ ғорурлана. Мәҫәлән, Рәмилә Рәмил ҡыҙы Санъярова – БДУ-ның Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында декан урынбаҫары. Айгөл Сәлимйән ҡыҙы Буранғолова Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире булып эшләй. Вәсилә Мөбәрәк ҡыҙы Хәйбуллина (Сибаева) Сибай институтының нәшриәт үҙәгендә эш алып бара. Ҡырҡ йылға яҡын мәғариф өлкәһендә эшләү дәүерендә З.Ш. Ғиззәтуллина бик күп маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була: “Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы”, “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы”, “Өлкән уҡытыусы”, “Хеҙмәт ветераны”, “РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы”. Йәнә бихисап Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. Зөлхизә Шәйәхмәт ҡыҙы ғаиләһенән дә уңған. Тормош иптәше Шәфҡәт Хитап улы ҡатынының ярҙамсыһы ла, кәңәшсеһе лә була. Уның ярҙамында йыһазландырылған башҡорт теле кабинеты ҡала күләмендәге конкурста беренсе урынға сыға. Шәфҡәт Хитап улы 40 йылдан ашыу Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатының автотранспорт цехында тир түгә. Маҡтаулы хеҙмәт юлы үткән өлгөлө ғаилә башлығын туғандары ла, бергә эшләгән иптәштәре лә хөрмәт итә. Ғиззәтуллиндар үҙҙәренә терәк-таяныс булырҙай ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Балалары ла, ата-әсәһенең ышанысын аҡлап, тырышып уҡып һөнәр ала. Өлкән улдары Наил тау комбинатында – етәксе, ҡыҙҙары Зилә – “Тирмәкәй” балалар баҡсаһында тәрбиәсе, ә кеселәре Рәмил шахтер һөнәрен һайлаған. Һәр береһенең үҙ ғаиләһе, бала-сағаһы бар. Тормош булғас, төрлө мәлдәр була... Бынан ике йыл элек Ғиззәтуллиндар ғаиләһенә оло ҡайғы килә, ауырыу сәбәпле Шәфҡәт Хитап улы яҡты донъя менән хушлаша. 50 йылдан ашыу иңгә-иң терәп йәшәгән тормош юлдашының баҡыйлыҡҡа күсеүен бик ауыр кисерә Зөлхизә ханым. Әммә балалары, ейән-ейәнсәрҙәре хаҡына үҙендә артабан йәшәргә көс таба. Хаҡлы ялға сыҡһа ла, үҙе эшләп киткән белем усаҡтары менән бәйләнеште өҙмәй, төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнаша, йәш уҡытыусыларға файҙалы кәңәштәрен бирә. Рәсәйҙә билдәле бер бизнес селтәре менән хеҙмәттәшлек итә. Киләсәктә үҙенең тормошо һәм эшмәкәрлеге хаҡында китап сығарырға хыяллана. Ҡаланың йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәгән мәғариф ветераны З.Ш. Ғиззәтуллина күптән түгел 75 йәшлек юбилейын билдәләне. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, халҡыбыҙҙың күренекле ҡыҙына, өлгөлө хеҙмәт юлы үткән ветеран-уҡытыусыға ныҡлы һаулыҡ, барлыҡ уй-ниәттәренең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Альбина ҠУДАШЕВА Сибай ҡалаһы.