Тормоштағы төп байлыҡ – ул һаулыҡ. Дауаханаға йәки поликлиникаға барған һәр кем бына ошо төп хазинаһын, хатта ғүмерен аҡ халатлылар ҡулына ышанып тапшыра. Ҡайһы бер осраҡта табиптың йәки шәфҡәт туташының, ғөмүмән, медицина хеҙмәткәренең бер йылы һүҙе, ваҡытында әйтелгән, ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ кәңәше сирленең күңеленә йәшәүгә ышаныс өҫтәй, шифа бүләк итә. Шулай итеп, ике мең йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, Сократтың “Кеше күңелен дауаламайынса, уның тәнен һауыҡтырып булмай” тигән һүҙҙәре әле һаман көнүҙәк. Бөгөнгө геройым – пациенттарҙы ана шул йылы һүҙҙәре менән йыуата белгән, эшенең тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, һәр кемде ихлас тыңлаған, һәммәһе менән дә йылмайып һөйләшкән, йөҙөнән изгелек нурҙары сәселеп торған Гөлнәзирә Сарбаева. Бала сағы Ейәнсура районының Иҙәш ауылында үткән. Ике йәш кенә сағында атаһының ғүмере бик иртә өҙөлөп, әсәһенең һәм туғандарының ныҡлы терәк-таянысы булып үҫкән ул. Бәлки, шуғалыр ул тормошон һаулыҡ һаҡлауға арнағандыр. – Шәфҡәт туташы-анестезист булғаныма һи