Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас баҫалҡылыҡ, сабырлыҡ һәм күндәмлек кеүек сифаттарға эйә Түбәнге Бикҡужа ауылында ғүмер иткән Гөлфара Рафиҡова. Өҫтөнә өйөлгән тауҙай ҡайғыларҙы еңер өсөн үҙендә көс табып, балаларына терәк-таяныс булып йәшәй ул. Ибраһим ауылында Шәүрә Зәкәриә ҡыҙы менән Салауат Ташбулат улы Йосопбаевтарҙың алты балалы ғаиләһендә донъяға килгән Гөлфара. Йәш ҡыҙ Күмертау юридик техникумында юрист һөнәренә уҡый. Унан инде, кейәүгә сыҡҡас, ситтән тороп Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында (хәҙер – Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы) юғары белем ала. Уның тураһында, атлап түгел, ә осоп йөрөй, тиҙәр. Бына ошо елдәй етеҙ, дәртле ҡыҙ мәктәптә уҡыған йылдарында ла, студент осоронда ла әүҙемлеге менән бүтәндәрҙән айырылып тора. Гөлфара Түбәнге Бикҡужа ауылы егете Илгиз менән ике меңенсе йылдар башында таныша. Өс йылдан йәштәр гөрләтеп туй үткәрә. Бер-бер артлы ҡыҙҙары Ләйсән менән Айгизә, аҙағыраҡ улдары Ишморат донъяға килә. Әлеге көндә Ләйсән – студент, Өфө дәүләт нефть техник университетының архитектура һәм төҙөлөш факультетының II курсында белем эстәй. Ә Айгизә Йомағужа ауылындағы 2-се урта мәктәптең X класында уҡый. Оя төбө Ишморат иһә VIII класс уҡыусыһы. Ул да апайҙары һымаҡ бөтә предметтарҙан да тик яҡшы билдәләренә генә өлгәшә, өҫтәүенә олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша. Гөлфара Рафиҡова бер нисә йыл рәттән мәктәптә эшләй. Тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте фәндәренән балаларға белем бирә, бер осор директор урынбаҫары, директор вазифаларын да башҡара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауылда балалар һаны аҙ булыу сәбәпле, Түбәнге Бикҡужа ауылы мәктәбе ҡулайлаштырыуға эләгә. Һәр ваҡыт хәрәкәттә, гел генә балалар араһында булырға күнеккән мөғәллимә тәүҙә – Семен-Петровский, аҙаҡ Воскресенск ауылы мәктәптәрендә балалар уҡыта. Көн дә иртән алыҫҡа юл йөрөү ҡыйынға төшһә лә, һис тә зарланмай, сөнки һөнәрен ярата. Әйткәндәй, һаман да йөрөп эшләр ине әле, ярай ҙа Йомағужа ауылындағы балалар йортона саҡыралар. Гөлфара Рафиҡова хәҙер инде өсөнсө йыл балалар йортонда тәрбиәсе булып эшләй. Йәшләй генә өйләнешеп, береһенән-береһе матур, аҡыллы өс бала үҫтергән, ун һигеҙ йыл ярым эсендә утты-һыуҙы бергә кискән, шатлыҡ-ҡайғыларҙы уртаҡ күтәргән Рафиҡовтар бер бөтөн, бер йән булып ғүмер иткән. Тормош ошолай шыма ғына барһа икән дә... Эйе, уҙған йылдың октябре был ғаиләгә ҙур ҡайғы алып килә. Оҙаҡ йылдар Йомағужа ауылындағы газ-авария хеҙмәтендә тир түккән ғаилә башлығы, инфаркт үткәреп, ҡапыл ғына баҡыйлыҡҡа күсә. Ошо ауыр һынауҙы сабыр күтәрә Гөлфара ханым, тешен ҡыҫып булһа ла түҙә, әммә һынмай-бөгөлмәй, ғәзиздәренә кәрәк икәнде аңлай, ҡайны-бейеменә терәк була. Нескә генә күңелле булһа ла, ирҙәр көнләшерлек рух ныҡлығына эйә ул. Уның да, яҡындарының да өлөшөнә әллә күпме ауыр һынауҙар төшкән бит. Бер нисә йыл элек – бер туған Ришат, Илшат ағайҙарын, уҙған йылдың майында Ринат ағаһын юғалтҡан... Балалары хаҡына үҙендә йәшәр көс тапҡан, күптәрҙе һоҡландырырлыҡ донъя көткән Гөлфара Рафиҡоваға артабан ҡыуаныслы мәлдәр генә кисерергә яҙһын. Эшләргә теләгән кеше – яйын, теләмәгәне сәбәбен таба, тиҙәр. Ысынында, Рафиҡовтарҙың уңғанлығына хайран ҡалырһың! Быға тиклем улар һарай тултырып йылҡы малы аҫраған. Бөгөн иһә һигеҙ баш йылҡы, ике һыйыр малы, дүрт башмаҡ, ике быҙау тоталар. Әсәй кешенең төп ярҙамсылары, әлбиттә, балалары һәм ҡайны-бейеме. – Улымдың һәм ҡыҙҙарымдың һәр ҡыуанысын үҙемдеке кеүек ҡабул итергә өйрәндем, – тип һөйләй Гөлфара Рафиҡова. – Өфөнән ҡыҙым шылтыратһа, һөйләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәй, эргәмдәге балаларым иртә менән мәктәпкә ашығалар, кис етеүен түҙемһеҙләнеп көтөп алам, бер-беребеҙҙе бүлдерә-бүлдерә яңылыҡтарыбыҙ менән уртаҡлашабыҙ. Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА Күгәрсен районы.