Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яҡшылыҡтан тыуа яҡтылыҡ

“Нимәгә тотонһа, шул ҡулынан килә”, тиҙәр уның кеүектәр тураһында. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, “Сәләм” телеканалының баш мөхәррире Айгөл Әхмәҙиева хаҡында һүҙебеҙ. Бынан тыш, беҙ уны әүҙем йәмәғәтсе, уңышлы эшҡыуар ханым булараҡ та беләбеҙ. Өфө ҡалаһында үҫеп, Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт мәктәбен, артабан Башҡорт дәүләт универ­ситетының журналистика бүлеген тамамлаған Айгөл Уйылдан ҡыҙына төрлө урындарҙа хеҙмәт итергә, яуаплы вазифалар башҡарырға тура килә. Кем генә булып эшләмәһен, ул үҙенә йөкмәтелгән һәр бурысты хол­ҡона хас теүәллек, ныҡышмалылыҡ менән урын-еренә еткереп башҡарыуы менән айырылып тора һәм абруй яулай. Быға ата-әсәһе – “Башҡорт энциклопедияһы”н булдырыу эшмәкәрлегенең башында торған, ошо фән учреждениеһының абруйлы ветераны Уйылдан Ғилман улы Сәйетов менән Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлшат Абдулла ҡыҙы биргән төплө тәрбиә лә, бала саҡтан – өләсәй тәрбиәһенән ҡанына һеңгән сабырлыҡ, изге күңеллелек кеүек күркәм сифаттар ҙа, киң даирәле белем дә булышлыҡ итәлер. “Яҡшылыҡтан тыуа яҡтылыҡ” тип белмәй әйтмә­гәндәрҙер. Алдына һәр ваҡыт яңынан-яңы маҡсат ҡуйып, шуға өлгәшеп йәшәүҙән йәм тапҡан Айгөл Уйылдан ҡыҙы 2016 йылда эшҡыуарлыҡҡа тотона: баш ҡаланың үҙәгендә “Комильфо” тип аталған матурлыҡ салоны аса. Бында маникюр, педикюр, спа-процедуралар, эпиляция, пилинг, шугаринг кеүек төрлө йүнәлештәге косметология хеҙмәттәре күрһәтәләр. “Комильфо”ның клиенттары солярий, бит тиреһен заманса аппараттар менән таҙартыу һәм йәшәртеү, массаж яһатыу мөмкинлектәрен дә юғары баһалай. Һәр эштә һөҙөмтә һәм сифатты беренсе урынға ҡуйған Айгөл Әхмәҙиева косметология, матурлыҡ индустрияһы буйынса белемен даими камиллаштырыуҙы ла бурысы тип һанай. Бөгөн ул кемгә нимә килешеүен һис икеләнмәйенсә әйтә, кәңәш бирә ала. Тиҙҙән эшҡыуар ханым үҙенең матурлыҡ салонынан алыҫ булмаған урында стоматология клиникаһы аса. Әлбиттә, был эштә уның төп терәге һәм кәңәшсеһе – үҙ һөнәренең ысын оҫтаһы булып танылған тормош юлдашы Ришат Мөхтәр улы. Ул “Газпром” йәмғиәтенең поликлиникаһында стоматолог булыу менән бер рәттән, шәхси клиникала баш табип булараҡ та эшмәкәрлекте тейешле кимәлдә ойоштороп өлгөрә. Бала саҡтан китап яратҡан, әле лә әҙәби әҫәрҙәр уҡыуҙан йәм тапҡан Айгөл Уйылдан ҡыҙы эшҡыуарлыҡтың тағы бер йүнәлешенә ҡыйыу рәүештә тотона һәм “Башакадемкитап” ғилми-ағартыу үҙәген үҙ ҡарамағына ала. Предприя­тиеға яңы һулыш биреүҙе маҡсат итеп ҡуя ул. Ошо арауыҡта “Башакадемкитап”тың типогра­фияһында зауыҡлы, матур йөкмәткеле бихисап йыйынтыҡтар донъя күреп өлгөрә. Кешегә изгелек ҡылыуҙан, ярҙам итә алыуҙан кинәнес таба Айгөл Уйылдан ҡыҙы. Тормош юлдашы Ришат та изге йәнле, оло йөрәкле булыуы менән бил­дә­ле. Афған һуғышын үткән кеше була­раҡ, яуҙаштарына ихлас ярҙам итә. Шулай уҡ уларҙың ғаиләһе милли ойош­маларға, ҡарттар йортона, мохтаждарға ла эскерһеҙ хәстәрлек күрһәтә. Әхмәҙиевтәрҙең ҡыҙҙары Алтынай менән Айдана әсәләре уҡыған Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында белем алды. Ошо осорҙа Айгөл Уйылдан ҡыҙы белем усағының ата-әсәләр комитетының алмаштыр­ғыһыҙ рәйесе булды. Уҡыусылар өсөн гимназияла ғына түгел, Өфөнөң заманса күңел асыу үҙәктәрендә күңелле итеп Яңы йыл иртәлектәре, башҡорт дискотекалары ойоштора торғайны ул. Уларға баш ҡаланың башҡа башҡорт мәктәп­тәренең уҡыусыларын да йәлеп итте. “Беҙҙең балалар ысын ҡала башҡорто булып үҫергә, бер-береһе менән аралашырға, бер үк ваҡытта милли рухлы ла, заманса ла булырға тейеш”, ти­гән һүҙҙәре ныҡ иҫтә ҡалған. Шул ваҡыттан уҡ Айгөл Уйылдан ҡыҙын идеялы, маҡсатлы ғына түгел, ә һәр уйла­ғанын мотлаҡ тормошҡа ашыра алған тәүәккәл, егәрле ханым булараҡ беләм. “Сәләм” телеканалында баш мөхәррир, уңышлы эшҡыуар, йәмәғәт әүҙемсеһе булыу менән бер рәттән, Айгөл – ата-әсәһенә хәстәрлекле ҡыҙ, тормош юлдашы Ришатҡа һөйөклө ҡатын, ҡыҙҙарына дуҫ та, терәк була белгән әсәй ҙә. Тағы ла Мәләүез районының Томансы ауылында йәшәгән ҡәйнәһе Шәмсикамал Үтәғол ҡыҙы менән ҡайныһы Мөхтәр Заһиҙулла улы Әхмәҙиевтәрҙең яратҡан килене булыуын да өҫтәргә кәрәк. Күптән түгел тағы бер матур вазифаға – өләсәй булыу бәхетенә өлгәшкән: ҡыҙҙары Алтынай менән кейәүҙәре Илмирҙың ғаиләһен йәмләп, Имран исемле баһадир тыуған. Әлеге ваҡытта Алтынай менән Айдана, атай юлынан китеп, Башҡорт дәүләт медицина университетының стоматология бүлегендә белем ала, кейәүҙәре Илмир ҙа – ошо тармаҡ белгесе. Ғаиләһенә лә, эшенә лә иғтибар-хәстәрен тигеҙ бүлеп, үҙе лә һәр саҡ үҫешкә, күңел бөтөнлөгөнә ынтылып йәшәгән заманса, алдынғы ҡарашлы, изге күңелле башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының гүзәл бер вәкиле ул Айгөл Әхмәҙиева. Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА Өфө ҡалаһы.