Мөләйем, ихлас был йәш ханымға тәүге ҡараштан шул тиклем тәүәккәллек хастыр тип уйламайһың да. Ләкин йәш кенә булһа ла, уның бөгөнгө уңыштары нигеҙендә үҙенең тырышлығы һалынған булыуын аңлайһың. “Ҡала ипотека үҙәге” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең хужаһы, Ейәнсура ҡыҙы Рүзилә Мостафина бөгөн Мәскәүҙә йәшәһә лә, был ҡаланан тыш, Өфө, Ҡазан, Стәрлетамаҡ, Сорғот, Солнечногорск ҡалаларында ла эшен йәйелдергән, унда ла хеҙмәткәрҙәре бар. Шулай уҡ сит илдәрҙә лә партнерҙар булдырған. Эшҡыуарлыҡҡа ынтылышы уның бала сағынан һалынған. Гимназияла уҡыған сағында яҙған иншаһында ла киләсәктә ниндәй һөнәр эйәһе булыуы асыҡ сағыла. Быны йылдар үткәс, мәктәптәге бер осрашыу мәлендә уҡып хәтеренә төшөрәләр. Рүзилә яҙмаһында үҙен киләсәктә эшлекле, талапсан эшҡыуар итеп күрә, ҡулы аҫтында хеҙмәткәрҙәр буласағын тасуирлай. Ысынлап та, бала саҡтағы хыялы йылдар үткәс тормошҡа аша – ул аяғында ныҡлы баҫып торған, белемле, үҙ эшенә яуаплы ҡараған етди эшҡыуарға әүерелә. Хыялына ваҡ аҙымдар менән бара у