Элек-электән халҡыбыҙ үҙенең ҡул эштәренә оҫта, төрлө кәсеп-шөғөлдө үҫтергән һәм уны быуындан-быуынға таратҡан ул-ҡыҙҙары менән дан тотҡан. Әле лә һәр ауылда шәл бәйләгән, сигеү сиккән, ҡорама ҡораған, быйма баҫҡан, ағастан төрлө әйберҙәр һырлап эшләгән һәм тағы ла бик күп шөғөл менән булышҡан милләттәштәребеҙҙе осратырға мөмкин. Бөгөнгө яҙмам Баймаҡ районының Ғүмәр ауылынан Гүзәл Йәнтова тураһында. 30 йылдан ашыу Ярат мәктәбендә секретарь, лаборант булып эшләгән ул. Эшен яратып башҡарған ханым өс саҡрым алыҫлыҡта ятҡан күрше ауылға көн дә йәйәү йөрөп эшләгән. Бынан тыш, ғаиләңде ҡарау, һанап бөткөһөҙ өй мәшәҡәттәре... Тик көслө рухлы, эшсән, сабыр һәм баҫалҡы холоҡло ҡатын-ҡыҙ ғына быны атҡарып сыға ала. Хаҡлы ялға сыҡҡас та күңеленә оҡшаған шөғөлөн үҫтереү маҡсатында үҙе яратҡан бәйләү эштәренә ныҡлап тотонорға ҡарар итә ул. Ҡул эштәре оҫтабикәһе оҙон ҡышҡы кистәрҙе бәйләм бәйләп йәки сигеү сигеп үткәрергә ярата. – Һарыҡ йөнөнән ойоҡбаш, бейәләй, бирсәткәләр бәйләйем. Төҫлө ептәрҙән диван япмаһы, ултырғыс түшәктәре, яҫтыҡ-күпмә тыштары сигәм. Интернетта берәй ят ҡул эше күрһәм, шуны йәһәт кенә отоп алам. Быға тиклем энә менән бәйләй инем, былтыр ырғаҡтар ярҙамында эшләргә өйрәндем. Шунан ситеккә оҡшаған тәпешкәләр бәйләргә тотоноп киттем. Төрлө ептәрҙән улар шундай матур килеп сыға, үҙем һоҡланып туя алмайым хатта. Ҡул эштәремде рәхәтләнеп яҡындарыма бүләк итәм. Таныштарҙың һорауы буйынса ла бәйләп һатырға тура килә. Ҡулыма бәйләм тотһам, күңелем дә тыныс була, теләһә нәмә уйларға ваҡыт ҡалмай. Йәнә бәйләү баш мейеһенең эшмәкәрлегенә яҡшы йоғонто яһай, ҡул бармаҡтарына күнекмә булып тора, – тип һөйөнә оҫтабикә. Әле тынғыһыҙ хужабикә шәл бәйләргә ниәтләнеп йөрөй. Дебетен иләп, әҙерләп алған. Гүзәл апай хәрби операциялағы яҡташтарына йылы ойоҡбаш-бейәләйҙәр бәйләп оҙатҡан. Киләсәктә һалдаттарға тағы ла бер нисә пар ойоҡбаш ебәрергә уйлай ул. Ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙырыусы Гүзәл апайҙың тормошо ла күптәргә үрнәк булырлыҡ. Бына ҡырҡ йыл инде улар тормош иптәше Айрат Сәлих улы һәм ҡәйнәһе Зөлхизә Хәмит ҡыҙы менән бергәләшеп татыу ғүмер итә. Быйыл улар ҡәйнәһенең 90 йәшен билдәләргә йыйына. Һөйөклө ҡатынының шөғөлөн Айрат ағай ҙа хуплай. Бәйләнгән, сигелгән әйберҙәренә иң беренсе баһа биреүсе лә ул. Афған һуғышында ҡатнашҡан хәрби хәрәкәттәр ветераны ғүмере буйы колхозда механизатор булып эшләгән. Йорт хужаһының уңғанлығы ихатаһынан күренеп тора. Йәнтовтар ике ҡыҙ һәм бер ул үҫтергән. Айгөл менән Әлфирәләре – педагогтар, үҙ ғаиләләре менән Баймаҡта йәшәйҙәр. Улдары Вилүр Магнитогорск ҡалаһында инженер булып эшләй. Бәхетле ата-әсә балаларының, алты ейән-ейәнсәренең ялға килеүҙәрен ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Альбина ТАҺИРОВА Баймаҡ районы.