Ашнаҡсы һөнәренең бик мөһим һәм үтә яуаплы икәнен барыбыҙ ҙа яҡшы аңлай. Мәктәп ашнаҡсыларына икеләтә ауырға тура килә. Белеүебеҙсә, һуңғы йылдарҙа балалар туҡланыуына дәүләт кимәлендә айырыуса иғтибар бүленә, сөнки дөрөҫ әҙерләнгән аш-һыу татлы ла, шифалы ла була. Түбән сифатлы йәки иҫкергән аҙыҡ-түлек кеше организмына кире йоғонто яһай. Йылайыр районының Йомағужа урта мәктәбе коллективы һәм уҡыусылары был йәһәттән үҙҙәренең ашнаҡсыларынан бик тә ҡәнәғәт. 30 йылдан ашыу ғүмерҙәрен туҡланыу өлкәһенә арнаған егәрле ханымдар Вәлимә Аҡҡужина менән Зилә Әжибаевалар күптән үҙ эшенең оҫталары булып танылған. Был мөләйем ҡатындарҙың эше лә уртаҡ, яҙмыштары ла оҡшаш. Икеһе лә бер осорҙа ошо ауылға килен булып төшкән, икеһенең дә ғаиләләрендә дүртәр малай үҫә. Вәлимә Исмәғил ҡыҙының ире Мөҙәрис Сәйетбаттал улы Исҡужа карьерында хеҙмәт итә, шәхси хужалығындағы бихисап эште алып барырға ла өлгөрә. Зилә Янсаф ҡыҙының ире Насирйән Фазыл улы — мәктәптә газ ҡаҙанлығы операторы. Ул да ҡатынының эшенә