Әбйәлил районының Ишҡол ауылында йәшәгән Хәтирә Ирғәлинаға әле булһа күптәр күңел түрендә оло рәхмәт хисе һаҡлай. Ғүмеренең 95 йәшлек күркәм үренә еткән хөрмәтле ағинәй, әлбиттә, ҡасандыр үҙе ярҙам иткән кешеләрҙең барыһын иҫләп тә бөтмәйҙер, сөнки тормош юлдашы Шакирйән Ирғәлин менән ошо төбәк халҡына ғүмер буйы изгелек ҡылып, уларҙың һаулығы һағында торалар. Хәтирә Вәлиәхмәт ҡыҙы сығышы менән ошо райондың Рысҡужа ауылынан. Бала сағы, үҫмерлек осоро ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Атаһы фронтҡа киткәндә 13 йәше тулған ҡыҙ, баш бала булараҡ, әсәһенең терәк-таянысына әйләнә, бәләкәй туғандарын ҡарап, үҙе кеүек үҫмерҙәр менән барлыҡ эштә ҡатнаша. Үкенескә ҡаршы, атайҙары һуғыш яланынан әйләнеп ҡайта алмай. Хәтирәгә уҡыу бик еңел бирелә, зирәк бала була ул. Башта Рысҡужа башланғыс мәктәбен, артабан Ҡаҙмашҡа йөрөп етенсе класты тамамлай. Темәс педагогия училищеһына уҡырға инә, әммә тормош ауырлыҡтары, етешмәгән көнкүреш арҡаһында уҡыуын тамамларға насип булмай. Бөйөк Еңеү көнөн – оҙаҡ көтк