Сибай ҡалаһының почетлы гражданы, Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы Мәүлиҙә Яҡупованың яңы проекты, унан алдағы ике йылдағы кеүек үк, ҡала Советы эгидаһы аҫтында тормошҡа ашырыласаҡ. Башҡортостанда иғлан ителгән Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылы һәм “Атайсал” проекты сиктәрендә ойошторолған был сараның партнерҙары сифатында был юлы ҡаланың тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы һәм Сибай мәғлүмәт үҙәге сығыш яһай. Һүҙ – проектты башлаусыға. Кеше ҡайҙарҙа йәшәһә лә, ниндәй илдәрҙә йөрөһә лә, тыуған ере уны һәр саҡ үҙенә тарта. Тыуған яҡтарға ҡайтҡанда, ул һине йылы ҡосағына алғандай, унан алыҫлашҡанда ла көс-ҡеүәт алып китәһең кеүек. Проект тураһында һөйләгәндә, шуны әйткем килә: миңә үҙгәрештәр еле һәр саҡ оҡшай. Әйткәндәй, беҙҙең Сибайҙа үҙенсәлекле ел иҫә – сәстәрең дә мотлаҡ туҙасаҡ, ҡулыңдағы зонттың да һыныуы бик ихтимал. Ә етдиерәк итеп әйткәндә, яңыны күрергә теләк ҙур! Был юлы “Атайсал” проекты сиктәрендә, шулай уҡ Башҡортостанда иғлан ителгән Файҙалы эштә