Сәскәләр – тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ юлдашы, донъяға башҡаса ҡарарға, күңелһеҙ булғанда кәйефте күтәрергә ярҙам итә. Уларҙы кем генә яратмай икән?! Мәләүез ҡалаһында йәшәгән Люциә Сөйөнова тырышлығы менән бер генә байрам, бер генә тантана ла сәскәһеҙ үтмәй. Тормош иптәше менән улар 26 йыл элек үҙҙәренең эшен – сәскә магазины асалар. – Ул ваҡытта ҡала универмагында эшләнем. Шул ваҡытта бер таныш сәскә һатырға тәҡдим итте. Аҙаҡ тормош иптәшем менән үҙ эшебеҙҙе асырға кәрәклеге хаҡында фекер йөрөткәндә, сәскә магазинын булдырыуҙы уйланыҡ. “Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ” тигәндәй, шәхси эшҡыуарлыҡҡа ныҡлы уйлап тотондоҡ. Ул ваҡытта теплицала үҫтерелгән калла һәм кескәй розалар ғына һатыуҙа бар ине, ә беҙ Өфөнән башҡа төрлөһөн ала башланыҡ, һуңынан инде Урта Азия илдәренән килтерҙеләр. Яйлап үҫешеп киттек. Сауҙа нөктәһендә аллы-гөллө сәскәләр тирә-яҡҡа нур һибеп, балҡып, матурлыҡ бөркөп ултырҙы, – тип йылмайып иҫкә ала Люциә Рәүил ҡыҙы. Ысынлап та, Мәләүездә Сөйөновтар ғаиләһен белмәгә