Бөгөнгө Хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған аҙналыҡ кәңәшмәһен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачевты үткән тыуған көнө менән тәбрикләүҙән башланы. 1 мартта парламент етәксеһенә 70 йәш тулғайны. Радий Хәбиров уға юбилейы уңайынан ҡотлауҙарҙы, күп йылдар уңышлы эшләгәне өсөн партия рәйесе Дмитрий Медведевтан рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Юбилярға “Берҙәм Рәсәй”гә 20 йыл миҙалы тапшырылды. Кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә, Башҡортостанда коронавирус менән сирләү осраҡтары кәмей башлаған. Рәсәй Хөкүмәтенең координация үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы ете көндә сирләү осраҡтары һаны 1691 тәшкил иткән, был уҙған аҙна менән сағыштырғанда 19 процентҡа аҙыраҡ, тип билдәләне Айрат Рәхмәтуллин. Коронавирусты дауалау өсөн республиканың йоғошло сирҙәр госпиталдәрендә 310 урын әҙерләнгән, уларҙың 34 проценты буш. Айрат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауыры