ЙӨҘЙӘШӘР ҠАРТТАН КӘҢӘШТӘР1. Йән тыныслығын тәбиғәт ҡосағында эҙлә. Яңғыҙың ғына. Тәбиғәт тынысландырыр ҙа, һорауҙарыңа яуап та табылыр һалҡын башҡа.2. Йәй ялан аяҡ күберәк йөрөргә кәрәк. Ерҙән көслө энергия килә организмға.3. Һыу - тәбиғәт бүләк иткән мөғжизә. Һыуһыҙ тереклек юҡ. Һыуҙы һаҡлап ҡына тотон. Йәйге йылы көндәрҙә һыу кисеп йөрөү организмға бик күп көс бирә.4. Таҙа һыу эс, шишмә йә ҡоҙоҡ һыуы. Ҡайнаған һыу - үле һыу. Ер йөҙөндәге бөтөн тере йән һәм үҫемлектәр ҙә 60-80 процент һыуҙан тора. Һыу менән тулыландырып торорға кәрәк күҙәнәктәрҙе.5. Үле аҙыҡты күп ашама. Өҫтәлдә һәр ваҡыт йәшелсә, емеш-еләк булһын.6. Итле аҙыҡты аҙнаһына ике-өс тапҡырҙан күберәк ашарға ярамай. Уны ашҡаҙанға эшкәртеүе бик ауыр. Үлән генә ашаған атта күпме көс! Йыл әйләнәһенә арымай саба. Ит менән туҡланған айыуҙың көсө ярты йылға ғына етә. Ҡыш буйына ҡыбырлай ҙа алмай ята.8. Һыуҙы йыш эсһәң, ашҡаҙанға күп аҙыҡ һыймай. Кешегә көстө күп ашау бирмәй, ә дөрөҫ туҡланыу бирә.9. Ураҙа тотмаһаң да, аҙнаның бер