Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яугирҙәр ялға ҡайта башланы!

Күптән түгел яһаған Мөрәжәғәтнамәһендә ил Президенты Владимир Путин Украиналағы хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы ярты йылға бер тапҡыр ике аҙналыҡ ялға ҡайтарыу тураһында әйткәйне. Әле бына яугирҙәр ялға ҡайта башланы. Был видеояҙма Баймаҡ районында төшөрөлгән. Яҡындарының, айырыуса балаларҙың ғәзиз кешеләренең ҡосағына ташланыуын күреү – бик тулҡынландырғыс күренеш. Бөгөн Өфөнөң Совет майҙанында ла ялға ҡайтҡан яугирҙәрҙе ҡаршылаясаҡтар. Ил именлеге хаҡына ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйған, тыныслыҡ һағына баҫҡан хәрбиҙәрҙең барыһына ла имен-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын! Видео: социаль селтәрҙән. Фото: видеонан скриншот.