Мәсетле районының Яңы Яуыш ауылында "Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә "Пар мендәрҙәр" тип исемләнгән бик матур, үҙенсәлекле байрам-конкурс үтте. Байрамға күрше Салауат, Балаҡатай, Ҡыйғы райондарынан, үҙебеҙҙең Мәсетле районының ауылдарынан оҫталар йыйылды. Ҡунаҡтарҙы ҡурай моңо, сәк-сәк, ҡымыҙ, буҙа менән ҡаршы алдылар.Тамаша залына инеү менән матур биҙәлгән сәхнә, күҙҙең яуын алып торған оҫталарҙың ҡул эштәре күргәҙмәһе бөтә халыҡты һоҡландырҙы. Ә байрамға килгән фольклор коллективтарының, беҙҙең төньяҡ-көнсығыш ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас булған, сағыу биҙәкле милли кейемдәре! Сәхнәлә Яңы Яуыш, Иҫке Мишәр ауылдарының үҙешмәкәр артистары ҡаҙ мамығынан мендәр тултырыу йолаһын күрһәтте. Оло быуын ҡатын-ҡыҙҙары йәштәргә нисек итеп ҡауырһынды таҙаларға, мамыҡтың ниндәйен һайларға, ҡауырһындарҙың ҡалдыҡтарын изге теләктәр теләп һыу буйҙарына ағыҙырға кәрәк булыуын өйрәттеләр. Йәш ғаиләләргә иһә, өйләнешкәс бер яҫтыҡта ятыу ғаиләнең ныҡлы һәм бер уйлы булыуы тураһында ырымдарҙы аңлаттылар. Ҡунаҡ