Найти тему

Биш күпергә ремонт яһаласаҡ

Республикала «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә 2023 йылда 802 метр оҙонлоҡтағы биш күпергә ремонт яһаласаҡ. Был турала БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Дөйөм оҙонлоғо 802 погон метр булған биш күпер – был күрһәткес былтырғынан 1,8 тапҡырға юғарыраҡ. 2022 йылда милли проект сиктәрендә 430 погон метрлыҡ һигеҙ күпер норматив хәлгә килтерелгән. - 2023 йылда ошо программа буйынса ремонтланасаҡ объекттар исемлегенә Өҫән, Ағиҙел, Эҫем, Ҡамайылға һәм Йүрүҙән йылғалары аша төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге автомобиль юлдарында урынлашҡан күперҙәр ингән. Милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн республикала 9,6 миллиард һум күләмендә финанслау ҡаралған. Төп объекттарҙың береһе - Талбазы-Красноусол автомобиль юлының 36-сы саҡрымындағы Ғафури районында Ағиҙел йылғаһы аша күпер, уның оҙонлоғо - 406 метр. Ремонт эштәре 2021 йылдан алып барыла, эшселәр юлдың уң һыҙаты буйынса эштәрҙе тамамланы. Һул яғында - иҫке япманы һүткәндәр, юлдың плиталарын алмаштырғандар, конустарҙы нығытҡандар. Милли проект сиктәрендә тағы ла 5 объектты ремонтлау күҙаллана, улар 2024 йылда сафҡа индереләсәк. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 376 погон метр тәшкил итәсәк, - тип билдәләне БР транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты (нацпроект “Качественные и безопасные дороги”) ил юлдарын уңайлы һәм хәүефһеҙ итеүгә йүнәлтелгән. Милли проект тотош илдә тиерлек тормошҡа ашырыла, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша. Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдим иткән милли проекттар 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: api.rbsmi.ru