БДПУ-ның йәш рәссамдар командаһы баш ҡаланың Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһының балалар бүлегенә шатлыҡ бүләк иткән. Бындағы өс балалар бүлексәһендә көн һайын 180-ләп бала дауалана. Дауахана палаталарында көндәрҙе һәм төндәрҙе үткәреү һәр саҡ һағышлы, ә балаларға - бигерәк тә. Башҡорт дәүләт педагогия университетының беренсе курс студенттары дауахананың балалар блогы стеналарын биҙәргә саҡырыуға ыңғай яуап биргән. Педиатрия бүлегенең стеналарында әкиәт геройҙары хасил булһын өсөн бер нисә көн буйына йәш рәссамдар командаһы эшләгән. “Проект етәксеһе Богдан Безбородовҡа һәм студенттар Әхмәҙиева Аида, Бакулина Полина, Батырбаева Дарья, Бохарова Оксана, Ибраһимова Айназ, Нәбиуллина Лилиә, Сасонская Ксения, Хәбибуллина Аделина, Хун Цзинин, Ван Кайчэнға ошондай матур бүләк өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!” -тиҙәр дауаханала. Мәғлүм булыуынса, баш ҡаланың Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы һәр яҡтан камиллаша һәм унда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә төрлө яңылыҡтар тормошҡа ашырыла, шул иҫәптән Инсультты мониторинглау үҙәге булдырыласаҡ, ул республика халҡы өсөн консультация базаһына әйләнәсәк. Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдим иткән милли проекттар 2019 йылдан тормошҡа ашырыла башланы. Беҙҙең республикала был йүнәлешкә ҙур иғтибар бирелә. "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты (национальный проект "Здравоохранение") нигеҙендә эшкә һәләтле йәштәге халыҡ араһында үлем осраҡтарын кәметеүгә, медицина учреждениеларының матди-техник базаһын, халыҡты медицина хеҙмәтләндереү шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән бик күп пландар һәм проекттар тормошҡа ашырыла, шул иҫәптән йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен дауалау буйынса ла. #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: бсмп-уфа.рф