Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан иҡтисад өлкәһендә – йылдам үҫеш өлгөһө

3 мартта Республика йортонда Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашты. Көн тәртибендә республиканың социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре, ҙур инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен ҡаранылар. Дмитрий Чернышенко, Башҡортостан иҡтисадтың бөтә тармаҡтарында ла тиерлек йылдам үҫештең яҡшы өлгөһө булыуын күрәбеҙ, тип белдерҙе. – Халыҡ иҫәбе буйынса һеҙ Волга буйы федераль округында беренсе урында тораһығыҙ. Йәшәү сифатын күтәреүегеҙ ҙә мөһим. Быны бөтә күрһәткестәр буйынса күрәбеҙ. Башҡортостан - боронғо нефть һәм газ сығарыусы төбәк. Республика етештереү кимәле буйынса Рәсәй Федерацияһының ун субъекты иҫәбенә инә. Иң мөһиме - Башҡортостан - инвестицион мөхит буйынса тәүге биш төбәк иҫәбендә. Тимәк, һеҙ бында бизнес һөҙөмтәле үҫешһен өсөн бөтә кәрәкле шарттар тыуҙыраһығыҙ. Әлбиттә, бал һәм ҡымыҙ - Башҡортостандың ысын брендтары - илебеҙҙә һәм унан ситтә лә билдәле. Республика - Рәсәй төбәктәренең фәнни-технологик үҫеше рейтингында дүртенсе, бик абруйлы урынды биләй. Ә ҙур ҡалаларҙы, мәҫәлән, Мәскәү менән Санкт-Петербургты, иҫәпкә алмағанда, илдә икенсе урында тора. Был - бик яҡшы һөҙөмтә. Бөгөн беҙ донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгендә булдыҡ, «Киләсәк моторҙары» алдынғы инженерҙар мәктәбен ҡараныҡ. Ил Хөкүмәте ярҙамында булдырылған был ҡоралдарҙың ғәмәли эш һөҙөмтәһен күрҙек. Улар Башҡортостандың йәш ғалимдарына тыуған илебеҙ мәнфәғәте өсөн һөҙөмтәле эшләргә мөмкинлек бирәсәк, шулай уҡ Рәсәйҙең технологик суверенитетына өлгәшеүгә һәм республика иҡтисадының сәскә атыуына булышлыҡ итер, тип ышанам. Беҙҙең көн шатлыҡлы, тулҡынландырғыс ваҡиғанан – яңы футбол майҙаны - спорт үҙәген асыуҙан башланды. Ул рекордлы ваҡыт эсендә төҙөлдө. Беҙ бөгөн донъя рекорды ҡуйған бик күп бәхетле балаларҙы күрҙек. Был Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин ҡуйған күрһәткестәргә өлгәшеү юлындағы мөһим аҙым. 2030 йылға тиклем халыҡтың 70 проценты спорт менән шөғөлләнергә тейеш, уларҙың күбеһе - балалар. Һеҙҙә был күрһәткес 56 проценттан ашты, ул ил буйынса уртаса күрһәткестән юғары. Тимәк, йүнәлешегеҙ - дөрөҫ. Һеҙҙә спорт объекттары күп, был күрһәткес буйынса Башҡортостан - икенсе урында. Спорт үҙәктәрен булдырыу - бик дөрөҫ инвестиция ул. Беҙ «Спорт - йәшәү нормаһы» федераль проекты аша ла һеҙгә ярҙам күрһәтеүҙе дауам итербеҙ. Башҡортостандың ҙур туристик ҡеүәтен айырым билдәләп үтергә теләйем. Беҙгә уны Рәсәйҙә йәшәүселәр өсөн бергәләп асырға кәрәк әле. Хәҙер туристар ағымы - яҡынса 2 миллион кеше. Ләкин мин был күрһәткестең бер нисә тапҡыр үҫеше өсөн потенциал күрәм. Бында беҙ «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты саралары сиктәрендә финанслауҙы күҙ уңында тотабыҙ. Һеҙҙең һөҙөмтәле ғаризаларығыҙ федераль ярҙам алды. Был - ҡаланың туристик коды ла, төрлө туристик маршруттар ҙа, инвесторҙарҙы дәртләндереү ҙә. Быларҙың барыһы ла, һис шикһеҙ, һөҙөмтә бирәсәк. Һәм беҙ бының тиҙ арала буласағына иҫәп тотабыҙ. Ә федераль Хөкүмәт төбәккә уның эҙмә-эҙлекле үҫешендә булышлыҡ итеүен дауам итәсәк, - тине Дмитрий Чернышенко Радий Хәбиров, үҙ сиратында уға сәфәре һәм республика үҫешенең мөһим мәсьәләләрен тикшереү мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерҙе. – Башҡортостандың һәйбәт тонуста, йылдам үҫеш фазаһында булыуын ғәҙел билдәләнегеҙ. Уҙған йыл сәнәғәт производствоһы индексы буйынса һәйбәт тамамланыҡ - 102,7 процент. Быйылғы ҡатмарлы йылда ла үҫешербеҙ, тип уйлайбыҙ. Ауыл хужалығы ла беҙҙе етештереү күләмдәренең 28 процентҡа артыуы менән ҡыуандырҙы. Әлегә 2022 йыл өсөн инвестициялар буйынса мәғлүмәттәр көтәбеҙ. Алдағы өс йылда был күрһәткес һәйбәт барған. Йыл һайын 10 процентҡа артҡан. Өс йылда инвестициялар үҫеше беҙҙә - 30 проценттан ашыу. Ике йыл рәттән Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы рейтингында сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге буйынса беренсе урынды биләйбеҙ. Беренсе Милли ғилми-технологик үҫеш рейтингында ҡатнашыу беҙҙең өсөн бик мөһим ине, әлбиттә. Дүртенсе урын алғанда, бик шатланғайныҡ. Был ғилми берләшмә, юғары мәктәп, ректорҙар корпусы өсөн дә бик етди ярҙам. Һуңғы йылдарҙа Рәсәй Хөкүмәте һәм Мәғариф һәм фән министрлығы тәҡдим иткән проекттар, һис шикһеҙ, илдә һәм Башҡортостанда юғары мәктәпте һәм фәнде үҫтереүгә булышлыҡ итә. Беҙ бөтә федераль программаларҙа ҡатнашабыҙ. Донъя кимәлендәге ғилми-белем биреү үҙәктәре конкурсында, «Өҫтөнлөк 2030» программаһында, алдынғы инженерҙар мәктәбен ойоштороуҙа ғаризаларыбыҙҙы хуплаған өсөн ҙур рәхмәт. Быларҙың барыһы ла аныҡ һөҙөмтәләр бирә. Яңыраҡ ҡына беҙ ҡатмарлы аҙымға барҙыҡ һәм ике юғары уҡыу йортон берҙәм ҙур университетҡа берләштерҙек. Һәм бындай ҡарарҙың ыңғай һөҙөмтәһен күрәбеҙ ҙә. Беҙҙең өсөн мөһим эш йүнәлеше - спортты үҫтереү. Бында беҙ балаларға бирә алған нәмәләрҙән сығып эш итәбеҙ. Спорт уларға физик яҡтан нығынырға ярҙам итә, балаларҙың баштарында асыҡлыҡ, әхлаҡи координаталар системаһы барлыҡҡа килә. Шуға күрә яңы спорт үҙәктәрен ҙур күләмдә төҙөйбөҙ, туҡтап ҡалырға ла йыйынмайбыҙ. Туризмға килгәндә, беҙ был һөҙөмтәле һәм табышлы йүнәлеш икәнлеген аңлайбыҙ. Бының менән дөрөҫ шөғөлләнергә генә кәрәк. Ошо йәһәттән бер нисә программа әҙерләй башланыҡ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. Фото: glavarb.ru