3 мартта Республикаға Идара итеү үҙәгендә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәкте социаль-иҡтисади үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Фекер алышыуҙа Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Алексей Кузьмицкий, Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Аналитика үҙәге етәксеһенең беренсе урынбаҫары Дмитрий Годунов, Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, республика министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре ҡатнашты. Кәңәшмәне асып, Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры төп социаль-иҡтисади күрһәткестәр буйынса төбәктәге юғары позицияларҙы билдәләне. - Башҡортостан һөт етештереү буйынса беренсе урынды биләй. Ауыл хужалығы продукцияһын етештереү индексы һеҙҙә бик ныҡ артты, - тине Дмитрий Чернышенко. - Һеҙ инвестиция йәлеп итеүсәнлек милли рейтингында тәүге биш лидер иҫәбенә инәһегеҙ. Был шул иҫәптән Радий Фәрит улы шәхсән үҙе алып барған «Инвестиция сәғәте» форматындағы Республика инвестиция комитетының һөҙөмтәле эш һөҙөмтәһе. Эшһеҙлек тарихи минимумды күрһәтә, ул Башҡортостанда уртаса Рәсәй кимәленән түбәнерәк - 2,8 процент. Төбәк ҡаҙаныштары иҫәбендә ил Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Өфөлә Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусы төҙөлә башлауын, шулай уҡ туризм тармағының яҡшы үҫеш темптарын атаны. - Киләһе йылда Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө - 450 йыллығын билдәләйәсәген беләм. Юбилей төбәктең социаль-иҡтисади һәм туристик үҫешендә өҫтәмә драйвер буласаҡ. Үҙ мөмкинлектәрегеҙҙе тулыһынса файҙаланырһығыҙ тип ышанам, - тип өҫтәне Дмитрий Чернышенко. Башҡортостан Башлығы үҙ сығышында 2022 йылдың төп йомғаҡтары һәм төбәктең социаль-иҡтисади өлкәһен нығытыу буйынса артабанғы аҙымдар тураһында һөйләне. - Ике йыл рәттән Башҡортостан - сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса илдә иң яҡшылар рәтендә. Төбәктәрҙе фәнни-технологик үҫтереүҙең беренсе милли рейтингында юғары дүртенсе урынды алдыҡ, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Кластер моделен уңышлы тормошҡа ашырабыҙ. Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы беҙҙе кластерҙарҙы үҫтереүҙә яңы алымдар индереү буйынса пилот төбәге итеп билдәләне. Федераль реестрға илдәге тәүге мебель кластеры, шулай уҡ республиканың авиация һәм сәнәғәт кластерҙары индерелде. Теркәлеү стадияһында - еңел сәнәғәт һәм формалы кейем кластеры. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан - кластерҙар һаны буйынса алдынғылар иҫәбендә. Төбәк етәксеһе инвестиция сәйәсәтенең ҡаҙаныштарын билдәләне. 2019-2021 йылдарҙа Башҡортостан иҡтисадҡа капитал һалыуҙарҙы 32,3 процентҡа арттырҙы. Инновацион башланғыстар ҙа өҫтөнлөклө булып тора. - Дмитрий Николаевич, һеҙҙең Волга буйы федераль округын кураторлауығыҙ сиктәрендә республика бер нисә мөһим проектты тормошҡа ашыра. Был пилотһыҙ осоу аппараттарын һәм электрон сәнәғәт продукцияһын етештереү. Ул - Евразия ғилми-етештереү үҙәге, студенттар кампусы һәм карбон полигоны, - тине Радий Хәбиров. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар төбәктең сәнәғәт, ауыл хужалығы, мәғариф һәм фән, хеҙмәт баҙары һәм йәшәү кимәлен күтәреү өлкәһендәге үҫешен тикшерҙе. Атап әйткәндә, Дмитрий Чернышенко инновациялы эшкәртмәләр индереү буйынса Евразия ғилми-етештереү үҙәгенең потенциаль партнерҙары - предприятиелар пулын булдырырға тәҡдим итте. Ул шулай уҡ төбәктә был тармаҡтың ҙур потенциалы булыуын һәм Рәсәй баҙарында көнәркәшлеккә һәләтле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, туристик секторҙы үҫтереү буйынса ынтылыштарҙы кәметмәҫкә кәңәш итте. Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры шулай уҡ агросәнәғәт комплексында федераль һәм республика мәғлүмәт системаларының үҙ-ара эш итеү буйынса башланғысты хупланы. Фото: glavarb.ru
Социаль-иҡтисади үҫеш буйынса – республика алдынғылар иҫәбендә
4 марта 20234 мар 2023
3 мин