3 мартта Башҡортостан Республикаһына Идара итеү үҙәгендә Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Аналитика үҙәге менән төбәк Хөкүмәте араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Сарала ил Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Улар ҡатнашлығында килешеүгә Аналитика үҙәге етәксеһенең беренсе урынбаҫары Дмитрий Годунов һәм республиканың беренсе вице-премьеры - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов ҡул ҡуйҙы. Башҡортостан Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Аналитика үҙәге менән үҙ-ара эш итеү принциптарын һәм механизмдарын нығытҡан илдең унынсы төбәге булды. Республиканың социаль-иҡтисади һәм фәнни-техник үҫеш буйынса мәғлүмәттәрен ил етәкселегенә тәҡдимдәр әҙерләү өсөн файҙаланасаҡтар. Дмитрий Чернышенко менән Радий Хәбиров шулай уҡ Республика менән идара итеү үҙәге мөмкинлектәре менән танышты. Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская «Инцидент менеджмент» һәм «Дәүләт хеҙмәттәре. Бергә