Өфө ҡалаһының "Планета" сауҙа үҙәгендә ZASPORT брендының спорт магазины асылды. ZASPORT компанияһының генераль директоры Николай Ступаков әйтеүенсә, был - илебеҙҙәге иң ҙур магазиндарҙың береһе, уның майҙаны – 200 квадрат метр. – "Алға" айырым иҡтисади зонаһында фабрика асылыу менән Башҡортостандың йыйылма командаһына спорт кейеме тегеү өсөн килешеү төҙөләсәк, – тине Башҡортостан спорт министры Руслан Хәбибов. – Беҙҙең маҡсат – спортсыларға һәр йәһәттән дә уңайлыҡтар тыуҙырыу. Һүҙ ҙә юҡ, Башҡортостан Рәсәйҙә, спорт йүнәлешендә, алдынғыларҙан һанала. Шорт-трейк буйынса олимпия чемпионы Семен Елистратов Өфөлә бындай спорт магазинының асылыуына ҡыуанысын йәшермәне. Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошондай пост ҡалдырған: "Башҡортостанда шәп спорт һәм көндәлек кейемдәре тегә башлайбыҙ. Компания ZASPORT, "Алға" иҡтисади зонаһы резиденттарының береһе, беҙҙә ышаныслы партнер күргәненә шатмын. Хәҙер республика йыйылма командаһын иң яҡшы дизайнерҙ