Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йәш быуынды ла ылыҡтыралар

Мәсетле районында ағинәйҙәр ойошмаһы барлыҡҡа килгәндән алып, 2016 йылдан, уға Нәзирә Әхҡәмова етәкселек итә. Әлеге көндә 12 ауылда ағинәйҙәр әүҙем эшләй. Милли кейемде, боронғо йолаларҙы тергеҙеп йәш быуынға күрһәтеү, тамбур менән ҡайыу алымдарын һаҡлап ҡалып, йәштәрҙе был эшкә йәлеп итеү - ағинәйҙәр тырышлығы менән алып барылған сараларҙың береһе генә. Үҙҙәре генә белеп ҡалмай, был шөғөлдәргә йәш быуынды өйрәтергә лә ваҡыт табалар. Улар мәктәптәргә барып уҡыусыларға онотолған милли уйындарҙы өйрәтәләр, милли биҙәүестәр тураһында һөйләйҙәр, әхлаҡ темаларына әңгәмәләр үткәрәләр. Конкурста ҡатнашыусы ағинәйебеҙ Нәзирә Фазылйән ҡыҙы сығышы менән ошо райондан. Новая жизнь ауылында тыуып үҫә, Теләш урта мәктәбен тамамлай. «Коммунист» колхозында комсомол ойошмаһы секретары, оҙаҡ йылдар Теләш ауылы китапханаһы мөдире, район китапханаһы, райондың тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры булып эшләй. Ағинәйҙәр ойошмаһына етәкселек итеүе уның йәмғиәтебеҙҙе мәҙәни-рухи яҡтан үҫтереүгә йүнәлтелгән эштәренең береһе генә. Быға тиклем ул 13 йыл дауамында райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе эшен дә алып барған. Фото:шәхси архивтан.