Сорғот ҡалаһының ағинәйҙәр ойошмаһы 2021 йылда барлыҡҡа килә, уның етәксеһе итеп Рәхилә Ғөбәйҙуллина һайлана. Рәхилә Әбделғәлим ҡыҙы сығышы менән Баймаҡ районының Буранбай ауылынан. Өфөлә Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағас, район мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. Башланғыс кластарҙа ла, рус, башҡорт телдәренән дә белем бирә. Һуңынан яҙмыш елдәре Рәхилә апайҙың ғаиләһен Сорғот тарафтарына илтә. Йәшләй генә ике йәшлек улы, тормош иптәше менән Сорғот ҡалаһына күсенә әңгәмәсем. - Беҙ, башҡорт йыр-моңона ғашиҡ кешеләр булараҡ, ул йылдарҙа үҙебеҙҙең моңдо һағына инек. Башҡортостандан килгән артистарҙың концерттарын көтөп алдыҡ. Минең иптәшем Сирғәли Ишемғолов шәп ҡурайсы, оҙон көйҙәрҙе оҫта башҡарыусы ине. Беҙ уның менән үҙебеҙ йырлайбыҙ, балалар тыңлай торғайны, белгәндәрен ҡушылып йырларҙар ине. ”Башҡортостан” гәзитен, “Ағиҙел”, “Башҡортостан ҡыҙы” журналдарын алдырып уҡып республика яңылыҡтары менән танышып йәшәнек. 2012 йылдың 7 сентябренән Сорғотта БЮТ